Сәләмәт булайыҡ
28 Июня 2020, 11:20

Азат Биксурин һауығып сыҡҡан

Билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин коронавирусҡа шик менән инфекция дауаханаһына эләгеүе тураһында хәбәр иткәйне. Унда Ковид раҫланғанмы?

Билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә коронавирусҡа шик менән Өфөлә күптән түгел асылған инфекция дауаханаһына эләгеүе тураһында хәбәр иткәйне.
“Был дауахананы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөп сафҡа индерҙеләр. Ҡурай сәскәһе рәүешендә эшләнгән ошо дауаханала мин – ҡурайсы ятыр тип кем уйлаһын. Шулай килеп сыҡты инде”, - тип шаяртыу ҡатыш өндәште ул тамашасыларына. Азат үҙендә Ковидтың раҫланмауы, был яңылыҡҡа бик шат булыуы, шулай ҙа ныҡлы тикшереү үтеүе, дүртенсе көн температураның төшмәүе тураһында ла һөйләгәйне.
26 июндә артист инфекция дауаханаһынан һауығып сығыуы тураһында белдерҙе. Ул барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә, уны йыл һүҙ менән дә, посылкалар менән һөйөндөргән дуҫтарына ҙур рәхмәт әйтте.
Халҡыбыҙҙың ҡурай моңдарын Рәсәй киңлектәрендә, донъя кимәлендә яңғыратҡан ҡурайсыға һаулыҡ, ижади уңыштар теләйек!
Фото А. Биксуриндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас