Тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар тағы 47 кешегә артып, бөтәһе 5497-гә етте. 2 278 ауырыу дауалана, барлығы 3201 пациент һауыҡҡан, тип хәбәр итә оператив штаб.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 6 718 кешелә сир раҫланған, 176 пациент вафат булған. Пандемия осоронда бөтәһе 667 883 кеше инфекцияны йоҡторған һәм 9 859 ауырыу һәләк булған.
Бөгөн Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко “Интрефакс”ҡа биргән интервьюһында пандемиянан һуң тулы ҡанлы тормошҡа 2021 йылдың февраленән иртәрәк ҡайтыу мөмкин булмаҫ, тип белдерҙе. Вирустың таралыу сылбырын өҙөргә кәрәк. Әлегә битлекте сисергә иртә, ҡасан иҫкәртеү һәм дауалау өсөн тәьҫирле сара табыласаҡ, шул саҡта ғына битлекһеҙ йөрөп буласағын да иҫкәртте.