Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 48 кешегә артып, бөтәһе 5 826-ға етте.
Рәсәйҙә пандемия башланғандан алып, 713 936 кешелә сир раҫланған, уларҙың 489 068-е һауыҡҡан.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 11 017 ауырыу вафат булған.
Һуңғы тәүлектә илдә 6 635 кешелә сир асыҡлаған, 7 752 ауырыу һауыҡҡан, 174 пациент һәләк булған.
Яҡшы хәбәр ҙә бар: Рәсәйҙә коронавирустан вакцина һынауҙың финалына барып еттеләр. Рәсәй Оборона министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 18 июндән башлап һынауҙа ҡатнашҡандар иммунитеттың беренсе һәм икенсе төркөмөн формалаштырған. Уларҙың һаулығын табиптар даими күҙәтә, барыһының да сәләмәтлеге яҡшы. Тәүге вакцинациянан һуң 42-се көндә һынауҙа ҡатнашыусылар госпиталгә ҡайтып, һуңғы йомғаҡлау медицина тикшеренеүен үтәсәк. Бөтәһе лә әлегеләй яҡшы дауам итеп, тейешле препарат дозаһы етештерелгәндә, халыҡты вакцинациялау көҙ көнө үк башланыуы ихтимал.