Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Июль 2020, 23:30

Ҡомалаҡтың мең төрлө файҙаһы

Уның сәскәһен электән үк яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланғандар. Төрлө сирҙәргә ҡаршы төнәтмәләрҙе нисек эшләргә?

Ҡомалаҡтың иң файҙалы өлөшө - сәскәһе. Борондан уҡ уны тибет медицинаһында яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланғандар.
Шулай уҡ ҡомалаҡ тубырсыҡтары халыҡ медицинаһында киң файҙаланыла. Уны элек-электән нервылар системаһы ҡаҡшағанда, невроздан, йоҡоһоҙлоҡтан, гастрит,бәүел юлы, бөйөр сирҙәренән, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытыу өсөн ҡулланалар. Баш ауырыуҙары йонсотҡанда, үпкә туберкулезы булғанда, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, киҙеү мәлендә лә файҙалы. Йоҡоһоҙлоҡ яфалағанда ҡомалаҡтан мендәр эшләйҙәр. Был шулай уҡ баш ауыртыуын баҫа.

Ҡан тамырҙары киңәйгәндә. Ике ҡалаҡ ҡомалаҡ тубырсығын 0,5 литр ҡайнар һыуға һалып, һыу быуында 15 минут тоторға, унан һуң 30-40 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ярты стакан эсергә.

Астения, климакс, цистит. Ике балғалаҡ үләнгә (яңы тубырсыҡтар булһа, тағы ла яҡшыраҡ) бер стакан һыу ҡойоп, 30-40 минут йылы урынға төнәтергә ҡуйырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1/3 стакан эсергә.

Аллергия. Бер ҡалаҡ тубырсыҡҡа бер стакан һыу ҡойоп, ҡайнар һыу быуында 15 минут тоторға. Һыуытырға, һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан стакандың 4/1 өлөшөн эсергә. Шул уҡ төнәтмәне тәндең сабыртып сыҡҡан ерҙәренә һөртөргә була.

Холецистит. Ике ҡалаҡ тубырсыҡҡа стакан ярым ҡайнар һыу ҡойорға, ҡапҡас менән ябырға һәм өс сәғәт төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр берәр стакан эсергә.

Ашҡаҙан, бауыр яман шеше. Бешеп етмәгән бер ҡалаҡ тубырсыҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға, һүрән утта бешекләргә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан бер ҡалаҡ ҡабул итергә.

Бауыр һәм башҡа локализациялы яман шештәр. Бер ҡалаҡ ҡомалаҡ сәскәһен бер стакан ҡайнар һыуға һалып бер минут ҡайнатырға, ике сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 50-60 мл ҡабул итергә.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: