Бешерелгәндән тыш, был илдәрҙә ул эшкәртелгән (чипсы) килеш тә киң ҡулланыла. Мәҫәлән, 4 килограмм картуфта кеше өсөн тәүлегенә кәрәк булған (60 г) аҡһым иҫәпләнә. Ошо 60 грамдың яртыһын Рәсәй халҡы картуфтан ала. Ҡалған өлөшө ит, балыҡ, йомортҡа һымаҡ ризыҡтарға төшә. Организм өсөн кәрәк булған аҡһымһыҙ азот ҡатнашмаларының яртыһын кеше картуфтан ала. Тамыраҙыҡта 20 төрлө аминокислота иҫәпләнә.
Шәкәр картуфта глюкоза, фруктоза, сахароза формаһында була. Уларҙың составы, күләме тамыраҙыҡтың сортына бәйле. Шулай уҡ организм өсөн бик кәрәкле майҙар ҙа бар. Улар сей картуфта 0,1–0,15 процент тәшкил итә.
Органик кислоталарға килгәндә, төп өлөшө лимон, изолимон, алма, ҡуҙғалаҡ, пировиноград кислоталарынан һәм башҡа ҡатнашмаларҙан тора.
Минераль матдәләрҙе атаһаҡ, башҡа йәшелсәләргә ҡарағанда картуфта калий күберәк (бүтәндәрҙә – фосфор). Шулай уҡ магний, кальций, хлор, тимер, баҡыр элементтары бар.
Ҡышын С витаминын кеше күпселектә картуфтан ала. Яңы ғына ҡаҙылған тамыраҙыҡта 25–35 мг аскорбин кислотаһы була. Ә ҡыш һаҡлағанда (октябрь – май), ул ике-өс тапҡырға кәмей. Картуфты әрсеп ҡайнатҡанда 25 процентҡа саҡлы С витамины юҡҡа сыҡһа, ҡабығы менән бешергәндә — 20 процент.
С витамины кешегә тәүлегенә яҡынса 50 мг кәрәк. Шуға ла ҡышын көнөнә 400–450 г ҡайнатып бешерелгән йәки ҡыҙҙырылған картуф ашарға тәҡдим ителә. В1, В2, В6, РР витаминдары һәм пантотен кислоталары картуфта кәбеҫтә, кишер, ҡыяр, алмаға ҡарағанда күберәк.
Тамыраҙыҡта шулай уҡ ике төрлө алкалоид — соланин һәм чаконин бар. Бигерәк тә улар йәштәрендә күп, ваҡыт үтеү менән яйлап кәмей баралар. Кеше организмы өсөн мөһим булған алкалоидтар ҡабығында күберәк. Ҡайнатҡан саҡта (әрсеп) тамыраҙыҡтағы соланин 80 процентҡаса кәмей.