Өфөләге ҙур предприятиеларҙың береһендә коронавирустың байтаҡ кешеләргә йоғоуы билдәле булды. Калинин районы суды заводта сирҙең таралыуына юл ҡуйған медицина хеҙмәткәренә штраф һалырға ниәтләй. Һаҡһыҙлыҡ һәм ғәмһеҙлек арҡаһында предприятиела 181 кеше коронавирус йоҡторған һәм 110 эшсе пневмония менән сирләгән.
Асыҡланыуынса, дауахананан коронавирус раҫланған һөҙөмтәләр килеүгә ҡарамаҫтан, эпидемиологик номерҙар ваҡытында алынмаған. Эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәү предприятие эшселәре араһында вирустың тиҙ таралыуына килтергән, тип хәбәр итә Ufa1.ru порталы. Ошоға бәйле "Роспотребнадзор" идаралығы административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протокол төҙөгән.
Суд ултырышы 3 авгусҡа билдәләнгән. Вазифа биләгән кешене яуапҡа тарттырған хәлдә, уға 50 меңдән 150 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ. Предприятиеға сирҙең таралыуына юл ҡуйғаны өсөн 200 мең һум күләмендә штраф һалынған да инде.