Быйылғы йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда яңы 109 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табип амбулаторияһы эш башлаясаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
Быйылға пландар ҙур. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһындағы күп функциялы дауахананы файҙаланыуға тапшырыу, Октябрський ҡалаһындағы 1-се ҡала дауаханаһының хирургия корпусын төҙөкләндереп бөтөү. Өфөлә Республика кардиология үҙәген реконструкциялау дауам итә, бында яңы хирургия корпусы төҙөлә. Эштәр 2021 йылдың декабрендә тамамланасаҡ. Өфө, Бөрө ҡалаларында, Саҡмағош районында поликлиникалар төҙөлә.
7 августа Республика клиник онкология диспансерының яңы хирургия корпусы асылды. Өфө районының Зубов ауылында асылған республика клиник йоғошло ауырыуҙар үҙәге уңышлы эшләй.
Медицина учреждениеларына “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” һәм “Онкология сирҙәре менә көрәш” төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә юғары технологиялы ҡорамалдар ҡуйыу өсөн быйыл 135 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
Радий Хәбиров инфекция базаларын булдырған саҡта һатып алынған һигеҙ томограф эше менән ҡыҙыҡһынды. Максим Забелин белдереүенсә, ике аппарат файҙаланыла башлаған, ҡалғандары сентябрь аҙағынан индереләсәк.
– Был агрегаттарҙың һөҙөмтәле эшләүен көйләргә кәрәк. Мәҫәлән, Өфөлә көсөргәнеш ҙур икән, эште көйләргә кәрәк, кешеләр айҙар буйы сират көтмәһен. Практика күрһәтеүенсә, томограф менән коронавирусҡа тикшергән саҡта Өфөлә генә беҙ иртә стадияла 70 онкология осрағы асыҡланыҡ. Был ҡотҡарылған 70 ғүмер тигән һүҙ, – тине Радий Хәбиров.