Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһы таралыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар 5 118-гә етте. Пандемия башланғандан алып сиргә дусар булғандар һаны 892 654 кеше тәшкил итә. Ошо осорҙа 15 меңдән ашыу ауырыу вафат булды (һуңғы тәүлектә 70 кеше), 696 681 пациент һауыҡты.
Башҡортостанда һуңғы осорҙа сирҙең таралыуы бер кимәлдә һаҡлана, тәүлек эсендә йәнә 34 кешенең вирусты йоҡтороуы асыҡланған. Үлем осраҡтары үҙгәрешһеҙ – 25 пациент. Пандемия осоронан башлап 7 093 кеше инфекцияны йоҡторған, 615 меңдән ашыу кешегә тест үткәрелгән.
Иммунолог, академик, Петербург ғилми-тишеренеү институты директоры Тотолян әфәнденең әйтеүенсә, көҙгөһөн коронавирустың ауырыраҡ үтеүе ихтимал. Миҙгел инфекциялары менән коронавирустың нисек ярашасағын әлегә бер кем дә әйтә алмай, фәнни нигеҙҙәр юҡ. Бары фараздарға ғына таянабыҙ.
“Өҫтәүенә Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова яңыраҡ был миҙгелдә киҙеүҙең башҡа штамдары күренәсәген билдәләне, үткән йылдарҙа рәсәйҙәр уларға прививка яһатмаған. Бөгөн бер ҡайҙа сыҡмай изоляцияла ултырғандар уны нисек үткәрер - билдәле түгел. Көҙөн коронавирустың тағы ла ауырыраҡ үтеүе мөмкин, быға психологик яҡтан әҙер булырға кәрәк", - тип борсолоу белдергән иммунолог.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә ил күләмендә сикләү индереүҙең кәрәге юҡ, айырым тораҡтарҙа ғына был сараны ҡулланырға тура киләсәк. Иммунологтың әйтеүенсә, ҡайһы берәүҙәр вирусҡа бөтөнләй бирешмәй, миҫалға ул “ҡыҙыл зона”ла айҙар буйына эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәрен килтергән.