Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Август 2020, 13:30

Ҡотороу сиренә карантин индерелде

Сир бик киҫкен башлана, ҡорошҡаҡ тотоу, фалиж һуғыу, төкөрөк ағыу хас. Йорт хайуандары сир билдәләре күренмәгән мәлдә үк кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефле.

Республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында райондарҙың бер торағына карантин индерелеүе тураһында Башҡортостан Башлығының ҡарары баҫылған.
Был ҡарар биләмәлә ҡотороу сире асыҡланыуы менән бәйле. Документҡа ярашлы, һүҙ Белорет районының Сосновка ауылындағы ваҡиға тураһында бара, Валентина Бурдалеваның шәхси хужалығында ҡотороу сире асыҡланған. Был сирҙең ҡурҡыныс, ауыр икәнен һәр кем белә. Карантин биләмәһенән хайуандарҙы сығарыу, һатыу ҡәтғи тыйыла, сикләү саралары айырым ҡарар булғанға тиклем үтәлергә тейеш.
Роспотребнадзор йорт хайуандарын бары махсус ойошмаларҙа һатып алырға кәңәш итә, ветеринар белешмәһе булыуы шарт. Аҫраған мал-тыуарға вакцина яһатыу шулай уҡ мотлаҡ. Берәҙәк хайуандарҙы ҡулдан ашатырға, һыйпарға ярамай. Хайуандарҙан тешләнгән осраҡта антирабик ярҙам алыу өсөн ашығыс рәүештә медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сир бик киҫкен башлана, ҡорошҡаҡ тотоу, фалиж һуғыу, төкөрөк ағыу хас. Йорт хайуандары сир билдәләре күренмәгән мәлдә үк кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефле.
Фото:Mail.1obl.ru
Читайте нас: