Альцгеймер сире – үҙәк нервы системаһының дегенератив ауырыуы, ул аҡыл һәләттәренең эҙмә-эҙлекле боҙолоуына килтерә, атап әйткәндә, хәтер, телмәр, логик фекерләү ҡаҡшай.
Был күренеш беренсе тапҡыр 1906 йылда немец психиатры Алоис Альцгеймер тарафынан һүрәтләнгән. Йыл һайын сентябрҙә донъяның 70 илендә Бөтә донъя альцгеймер сиренә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.
Альцгеймер сире — быуат эпидемияһы, заман һаулыҡ һаҡлау тармағының иң етди проблемаларының береһе, сөнки Ер шарында халыҡ ҙур тиҙлек менән ҡартая, ә сиргә ҡаршы дауа табылмаған. Белгестәр билдәләүенсә, үҫешкән илдәрҙең 65 йәш тирәһендәге халҡының яҡынса дүрт проценты ошо сирҙән яфалана, ә 80 йәштән уҙғандарҙың һәр өсөнсөһөндә осрай. “Ҡарттар ауырыуы” тип атаһалар ҙа, сирҙең иртә формаһы 40 йәштән һуң уҡ башланыуы ихтимал. Йышыраҡ осраҡта был – нәҫелдән килгән күрһәткес, һәр хәлдә пациенттарҙың биш процентында тап шулай.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был сиргә гүзәл зат, ирҙәр менән сағыштырғанда, алты-ун тапҡырға йышыраҡ дусар. Медицина күрһәткестәре буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙа енси гормондарҙы нормаға килтереү, ауырға ҡалыуҙан гормональ һаҡланыу саралары ниндәйҙер кимәлдә иҫкәртеү булып тора, шуға ла менопаузанан һуң ошондай препараттарҙы ҡулланыу ҡатын-ҡыҙ организмы өсөн файҙаға ғына.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сиргә ҡаршы дарыу юҡ.
Ошолай булыуға ҡарамаҫтан, медицина препараттары етештергән ҡайһы бер компаниялар сирҙең ағымын еңеләйтергә, өлөшләтә дауаларға вәғәҙә бирә. Әммә белгестәр быны инҡар итә. Ғөмүмән, сирҙең симптомдарын еңеләйткән бер нисә һыналған дарыу бар, әммә улар ҙа дауаламай, ә сир үҫешен әкренәйтә генә.
Рәсәйҙә күп осраҡта диагноз, ғөмүмән, ҡуйылмай. Йыш ҡына психиатрҙар һәм неврологтар хәтер насарайыуының һәм аҡыл зәғифләнеүенең төп сәбәбен мейеләге ҡан әйләнешенең насарайыуы менән бәйләй. Әммә күптән иҫбатланған: был билдәләр күпселек осраҡта Альцгеймер сиренә хас. Дөрөҫ диагноз ҡуйылмағас, дауалау ҙа дөрөҫ булмай, тимәк. Һөҙөмтәлә сирленең хәле хөртәйеп китеүе ихтимал.
Белем кимәленең түбәнлеге Альцгеймер сире үҫешеүенең туранан-тура сәбәбе булмаһа ла, мөһим факторҙарҙың береһе һанала. Белем сирҙән һаҡламаһа ла, уны эстәү, мейене эшләтеү, фекерләү, баш ватыу сирҙең үҫешен ниндәйҙер кимәлдә тотҡарларға һәләтле. Шуға ижтимағи һәм физик әүҙемлек мөһим, был күп ғәмәлдәрҙе хәтерҙә тотоуға, иғтибарҙы арттырыуға булышлыҡ итә, тимәк, аяуһыҙ сир ҙә организмды тиҙ генә яулап ала алмаясаҡ.