Оператив штабтың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә илдә тағы 4 952 кешенең коронавирус инфекцияһын йоҡторғаны раҫланды. Шулай итеп, пандемия осоронда ауырыуҙар һаны бер миллиондан ашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә илдә 115 ауырыу вафат булған.
Башҡортостанда ла сирҙең яңы осраҡтары теркәлде - 31 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланды. Пандемия осоронда сирҙе йоҡторғандарҙың һаны 7 856-ға етте. Барлығы 6 918 ауырыу һауыҡҡан.
Донъяла GOVID-19 вирусын йоҡторғандар һаны 26 миллионға яҡынлаша. Сир айырыуса АҠШ, Бразилия, Һиндостан илдәрендә киң таралған.