Сәләмәт булайыҡ
3 Сентябрь 2020, 15:45

Өйҙә дауаланыусылар күберәк

Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 96 сирле асыҡланған, ошондай уҡ диагнозлы 85 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле яңы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 32 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7888-гә етте. Һауыҡҡандар – 6967 (һуңғы тәүлектә 26 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 29.
Республика стационарҙарында – 66 (шул иҫәптән 8 кеше ауыр хәлдә, уларҙың береһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 826 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 823650 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 8641. Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 96 сирле асыҡланған, ошондай уҡ диагнозлы 85 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан.
Фото: rbk.ru
Читайте нас