Сәләмәт булайыҡ
4 Сентябрь 2020, 14:15

Был зәхмәт ҡасан бөтөр?

Пневмонияның күбәйеүе хәүефләндерә, һуңғы тәүлектә ошо диагноз менән 94 ауырыу дауаханаға эләккән.

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 7918-гә етте, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Һуңғы тәүлектә коронавирус диагнозы тағы 30 кешелә раҫланған.
Әле республика дауаханаларында 65 ауырыу дауалана, етеһе ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа 746 сирле дауа ала. Тәүлек эсендә 111 пациент һауыҡҡан. Вафат булғандар һаны үҙгәрешһеҙ – 29 кеше.
Пневмонияның күбәйеүе хәүефләндерә, һуңғы тәүлектә ошо диагноз менән 94 ауырыу дауаханаға эләккән.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 5110 кеше сирҙе йоҡторған, 121 ауырыу вафат булған, 5812 пациент һауыҡҡан.
Фото: ProUfu порталы.
Читайте нас