Сәләмәт булайыҡ
4 Сентябрь 2020, 09:30

Күҙеңә ҡарап та хәлеңде беләсәктәр

Йөрәк сирҙәренә нығыраҡ бирешеүсән кешеләр асыҡланған.

Японияның “йомробаш” табиптары тағы бер ҡыҙыҡлы фәнни асышы менән уртаҡлаша. Уларҙың фекеренсә, күҙ ҡараһы бәләкәй булған пациенттар йөрәктең хәлһеҙлегенән ике тапҡырға йышыраҡ вафат була.


Ғалимдар 2012 – 2017 йылдар­ҙа дауаханаларҙа ятҡан 870 па­циенттың күҙ һүрәттәрен фай­ҙа­ланған. Ауырыуҙарҙы ике төр­көм­гә бүлгәндәр – күҙ ҡараһы ҙур һәм күҙ ҡараһы бәләкәй бул­ған төркөмдәргә. Ике йыл дауамында һәр береһенең һаулыҡ то­­рошон ентекләп күҙәткәндәр. Асыҡла­ныуынса, күҙ ҡараһы бә­ләкәй бул­ған сирлеләр, тәүге төр­көмдәге ауырыуҙар менән сағыштырғанда, ике тапҡырға к­үберәк һәләк бул­ған. Бынан тыш, улар дауаханаға ла йышыраҡ эләккән.


“Беҙҙең эш һөҙөмтәләре күҙ ҡараһын күҙәтеүҙең мөһимлеген, уның үлем хәүефе алдында тор­ған пациенттарҙы асыҡлауҙа яңы ысул булыуын күрһәтте, – тип билдәләгән доктор Кохей Нозаки. – Был табиптарға ваҡы­тында сара күрергә, ауырыуға ярҙам ҡулы һуҙырға ярҙам итәсәк”.

Донъяла йөрәктең хәлһеҙ­ле­генән 25 миллиондан ашыу кеше яфалана. Ул миокард функцияһы боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килә һәм күҙәнәк-ара шыйыҡлыҡ күләме артыуында, ағзалар һәм туҡымалар перфузияһы кәме­үендә сағыла.


Йөрәк хәлһеҙлегенең нисек кө­сәйеүенә ҡарап, уны киҫкен һәм хроник төрҙәргә бүләләр. Тәү­геһе төрлө имгәнеүҙәр, ток­син­дар, йөрәк сирҙәре менән бәй­ле булыуы һәм дауаланма­ғанда үлемгә дусар итеүе ихтимал. Сирҙең хроник төрө оҙаҡ үҫешә, уның үҙенә хас билдәләре бар (тын ҡыҫы­лыуы, арыу, ше­шенеү). Ауы­рыуҙың хәлен асыҡ­лау өсөн ышаныслы ысул кәрәк, япон­дар­ҙың был асышы йөрәк хәлһеҙ­ле­генән яфаланғандарҙы дауа­лауҙа тәьҫир­ле булыуы мөмкин. Тик был ысул күҙҙәре сәләмәт бул­маған ауырыуҙар өсөн бармаясаҡ.


Кардиологтар фекеренсә, йөрәк эшмәкәрлегендә хәлһеҙлек хәүефен кәметеү өсөн тоҙ ҡул­лан­ыуҙы сикләргә кәрәк. 12 йыл буйы тикшеренеүҙәр алып барған табиптар шундай һығымтаға килгән.
Читайте нас