Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 31 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7949-гә етте. Һауыҡҡандар – 6967 (һуңғы тәүлектә 26 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 29. Республика стационарҙарында – 66 (шул иҫәптән алты кеше ауыр хәлдә, уларҙың береһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 749 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 840 963 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 8521. Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 97 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 89 кеше дауахананан сығарылған.