Тимур менән Александра туй көнөндә Өфөнөң иҫтәлекле ерҙәрендә булыу, фотоға төшөү урынына Республика ҡан ҡойоу станцияһына килә.
Тимур ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Сахалинда ил һағында торғанда тәү тапҡыр ҡан бирә, аҙаҡ даими рәүештә донорлыҡ бурысын үтәй. Хәҙер Тимурға 29 йәш, ул инде 48 тапҡыр донор булған. Яңыраҡ егеткә “Рәсәй Федерацияһының почетлы доноры” исемен биргәндәр. Кәләше Александра - транспорт компанияһында логистика белгесе.
“Никах көнөндә яҙмыштарын бергә бәйләргә уйлаған кәләш менән кейәүҙең кешеләр яҙмышына, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыуға битараф ҡала алмауы һоҡланыу тыуҙыра. Туй, ысынлап та, ҙур тантана, ғүмерҙең мөһимлеген аңлаған йәштәр шундай миһырбанлы аҙымға барған”, - ти Ҡан ҡойоу станцияһы хеҙмәткәрҙәре.