Сәләмәт булайыҡ
5 Сентябрь 2020, 11:00

Яңы ҡорамал ярҙам сифатын яҡшырта

Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы заманса диагностика ҡорамалына эйә булды.

Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы заманса диагностика ҡорамалына эйә булды. Өр-яңы видеоэндоскопия комплексы дауалау учреждениеһына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының милли-техник базаны нығытыу программаһына ярашлы тапшырылды.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, заманса ҡорамал тын алыу ағзаларында патологияһы булған балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең диагностикалау мөмкинлектәрен киңәйтәсәк. Юғары сифатлы моноблоклы эндоскопия системаһы төрлө кимәлдәге эндоскоптар менән эшләгәндә HD һүрәттәр яһау мөмкинлеген бирә. Defina видеопроцессоры I-Scan электрон программаһы менән тулылана ала. Ул өҫтәмә визуализация иҫәбенә сирҙе асыҡларға һәм классификацияларға булышлыҡ итә.
Әлеге комплекс дауаханалағы ҡорамалдарҙың эшен ҡулайлаштырып, балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас