Сәләмәт булайыҡ
6 Сентябрь 2020, 16:45

Алтауһы ауыр хәлдә...

”Эпидемия Рәсәйҙә ун мең кешенең түгел, ә дүрт миллион халыҡтың ғүмерен ҡыйыр ине".

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда йәнә 32 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Пандемия башланғандан алып республикала 7981 кешенең сирҙе йоҡторғанлығы раҫланды.
Әлеге ваҡытта стационарҙарҙа коронавирус раҫланған 67 пациент дауалана, алтыһы ауыр хәлдә, 767 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә 13 пациент һауығып дауахананан сыҡҡан, пандемия башланғандан алып 7118 ауырыу стационарҙарҙа һауыҡтырылған.
Һуңғы тәүлектә 76 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылыуы билдәле. Әлегә тынысланырға урын юҡ, битлек режимын һаҡлау, санитария-гигиена талаптарын ҡәтғи үтәү әүәлгесә мотлаҡ.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко әйтеүенсә, талаптарҙы йомшартырға иртә һәм хәүефле. ”Беҙҙә әле 3 500 ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һаҡланыу сараларын ҡулланмағанда, эпидемия Рәсәйҙә ун мең кешенең түгел, ә дүрт миллион халыҡтың ғүмерен ҡыйыр ине,” - тине етәксе.

Рәсәй буйынса һандарға күҙ һалайыҡ. Тәүлек эсендә вирусты йоҡторғандар һаны арта төшкән - 5 195 ауырыу өҫтәлгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 61 ауырыу вафат булған.
Фото: anews.com
Читайте нас