Бөгөн ҡашын матурлатмаған, ҡыйғаслатмаған ҡатын-ҡыҙ һирәк. Кем уйлаған был ғәмәлдең ҡурҡыныс эҙемтәгә килтеререн.
"КП-Уфа" порталы хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 28 йәшлек Алёна ла бер ҙә шикләнмәйенсә ҡаш эшләү оҫтаһына бара. Матурлатырға һәм ҡына менән буятырға уйлай ул. Әммә һөҙөмтәлә химик бешеү диагнозы менән дауаханаға эләгә.
Ҡыҙ унда ике аҙна ята. Ябай ҡына менән эш итеү арҡаһында шундай ҡурҡыныс хәүефкә тарыуы башына һыймай уның. Тәүҙә уйлауынса, был аллергия ла түгел. Табиптар ҙа тәбиғи ҡынаның ундай хәлгә еткереүенә ышанмай.
- Моғайын, ҡаш оҫталары ҡынаға химик буяу ҡушалыр. Улар хатта ғәфү ҙә үтенмәне. Башҡаса унда бармаясаҡмын, - ти Елена.
Таныштары уны ҡаш эшләү оҫталарын судҡа бирергә өндәй. Был - һуңғы арала матурлыҡ индустрияһының Стәрлетамаҡтан икенсе ҡорбаны. Яңыраҡ 52 йәшлек ҡатын эйәгенә ботокс уколы ҡаҙатып ҡазаланғайны.
Фото: flakonn.com