Сәләмәт булайыҡ
7 Сентябрь 2020, 18:00

Баш ҡалала – иң күбе

Исемлек аҙағында Межгорье ҡалаһы һәм Бөрйән районы килә.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле яңы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 30 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 8011-гә етте. Һауыҡҡандар – 7126 (һуңғы тәүлектә 8 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 29. Республика стационарҙарында – 67 (шул иҫәптән биш кеше ауыр хәлдә, уларҙың береһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 749 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 851 892 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 4390. Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 59 сирле асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 56 кеше дауахананан шәбәйеп сыҡҡан.
Сирлеләр һанына килгәндә, ковид кисергәндәрҙең иң күбе Өфө ҡалаһында (3234 кеше), Нефтекамала (523), Бәләбәй районында (338) теркәлгән. Исемлек аҙағында Межгорье ҡалаһы һәм Бөрйән районы килә – уларҙа коронавирус йоҡторған өс һәм ике кеше теркәлгән.
Бер тәүлек эсендә асыҡланғандарға килгәндә, иң күп һан Өфөлә: 22 кеше. Мәләүез районында – ике, Бәләбәй, Туймазы, Өфө, Бөрө, Күгәрсен, Миәкә райондарында берешер сирле асыҡланған.
Фото: ria.ru
Читайте нас