Сәләмәт булайыҡ
7 Сентябрь 2020, 19:45

Медицина учреждениеларына – "Ашығыс ярҙам" машиналары

Йыл аҙағына тиклем тағы ете автомобиль һатып алырға иҫәп тотола.

Бөгөн Республика йорто алдындағы майҙанда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһы, Республика ашығыс медицина ярҙамы һәм Стәрлетамаҡтың санитар автотранспорт станцияларының баш табиптарына "Ашығыс ярҙам" машиналары асҡыстарын тапшырҙы.
21 автомобиль федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға һатып алынған.
"Был автомобилдәр йөҙәрләгән, меңәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыр, – тине беренсе вице-премьер, медицина хеҙмәткәрҙәре менән водителдәргә мөрәжәғәт итеп. – Быйыл һеҙҙең иңдәргә ҙур ауырлыҡ ятты, әммә ҡыйынлыҡтарҙы намыҫ менән еңеп сыҡтығыҙ".
Андрей Назаров тармаҡ вәкилдәренә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте.
2020 йылда медицина ойошмаларына 51 "Ашығыс ярҙам" машинаһы бирелде, йыл аҙағына тиклем тағы ете автомобиль һатып алырға иҫәп тотола.
Фото республика Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас