Сәләмәт булайыҡ
8 Сентябрь 2020, 09:35

Тәмәке тотҡононан ҡотолоу еңел түгел

Марина – тормошта үҙ урынын тапҡан аҡыллы, булдыҡлы ҡатын. Уны бар сүрәттә лә камил тип әйтеп булыр ине, мәгәр бер етешһеҙлеге һаман да тормошона тынғы бирмәй. Йәш ҡатын тәмәке тотҡононан ҡотолған, әммә насар ғәҙәттең ауынан тулыһынса арыныу барыбер еңелдән түгел... Бөгөн Маринаның һөйләгәндәрен һеҙгә лә тәҡдим итмәксебеҙ – бәлки, берәйһенә фәһем булыр.

Марина – тормошта үҙ урынын тапҡан аҡыллы, булдыҡлы ҡатын. Уны бар сүрәттә лә камил тип әйтеп булыр ине, мәгәр бер етешһеҙлеге һаман да тормошона тынғы бирмәй. Йәш ҡатын тәмәке тотҡононан ҡотолған, әммә насар ғәҙәттең ауынан тулыһынса арыныу барыбер еңелдән түгел... Бөгөн Маринаның һөйләгәндәрен һеҙгә лә тәҡдим итмәксебеҙ – бәлки, берәйһенә фәһем булыр.
“Тәмәке тартыуға мин тиҫтә йылға яҡын ғүмеремде бағышланым. Ошо йылдар эсендә насар ғәҙәттән арынырға тигән теләгем дә, маташып ҡарауҙарым да булды, әммә бушҡа ғына. Тәүҙә, әлбиттә, мин теләгән ваҡытта тотор ҙа тартыуҙы ташлармын, тип инана инем. Ысынлап та, ҡайһы саҡта аҙналар һәм айҙар буйы тәмәкегә үрелмәгән мәлдәрем булды.
Әммә... Ниндәйҙер мәлдә миңә тап тәмәке “ярҙамы” талап ителә һәм ҡулдарым үҙенән-үҙе тәмәкегә үрелә башлай. Унан инде шуны төшөндөм: был процесҡа артабан идара итә алмайым, ошо төтөнлө таяҡ – минең тормошома хужа.
Хәйер, тәмәке тартҡандар аңлар, моғайын. Эргә-тирәлә күптәр тәмәке тотҡонона эләкте. Башҡалар ҙа уларҙың рәтен тулыландырмаһын өсөн, мин үҙ тәжрибәм менән уртаҡлашҡым, башҡаларҙы был бәләнән иҫкәрткем килә.
Байтаҡ ваҡыт түбәндәге һорауға яуап эҙләнем: ни өсөн мин, аҡыллы, көслө рухлы, маҡсатлы кеше, был насар ғәҙәткә ҡаршы көрәшә һәм уны еңә алмайым?
Ихтыяр көсө ярҙамға килмәне: бер нисә көн тартмағандан һуң, мин барыбер тәмәкегә үрелә инем. Унан инде тамам ҡанаттарым талды: башҡа үҙ-үҙемде йонсотмаҫҡа, хәлдәр нисек барһа, артабан да шулай барһын тип йәшәргә ҡарар иттем. Ошонан һуң бер ваҡыт миңә тәмәке тартыуҙың бер ҡурҡынысы ла юҡ кеүек тойолған осор ҙа булды. Мегаполиста тәмәкенән башҡа ла ғүмерҙе ҡыҫҡарта торған ғәмәлдәр күп, йәнәһе... Әммә тәмәке тартмаған ирекле кешеләрҙе күргән һайын, йөрәгем ҡыҫыла ине: минең дә шулай был бәләнән азат ваҡыттарым бар ине бит!
Бер ваҡыт ҡулыма Аллена Каррҙың “Тәмәке тартыуҙың еңел ысулы” тигән китабы килеп эләкте. Әйтергә кәрәк, был баҫма бик билдәле, ул 1985 йылда тәүге тапҡыр нәшер ителгән һәм әлегә тиклем ифрат популяр китап булып ҡала.
Интернетта ошо баҫма тураһындағы фекерҙәрҙе уҡып, илһамланып киттем һәм тәмәкене ташларға тағы бер форсат сыҡты, тип ҡыуандым.
Әйткәндәй, тәүҙә был китапты әсәйемдең әхирәтенә – оҙаҡ йылдар тартҡан оло йәштәге апайға тәҡдим иттем. Тәүҙә көлһә лә, ул китапты бик оҡшатты. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уның сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ була барғанын, спорт менән шөғөлләнгәнен ишеттем. Тәмәкене лә ташлаған икән.
Шулай, мин дә дәртләнеп китап уҡырға тотондом. Һис шикһеҙ, ул миндә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм уны уҡып бөтөү менән һуңғы сигаретты тартырмын да, насар ғәҙәтемдән ҡотолормон һымаҡ тойолдо...
Ысынлап та, китапты уҡып сыҡҡас, ниндәйҙер еңеллек тойҙом. Ике аҙнаны тәмәке тартмайынса үткәрҙем. Әсә­йемдең ни тиклем ҡыуанғанын белһәгеҙ! Тик... Тәүге проблемалар килеп сығыу менән мин тынғыһыҙлана башланым һәм тағы ла насар ғәҙәтемде иҫемә төшөрҙөм.
Бөтөнләй өмөтһөҙлөккө бирелдем. Әсәйемә, ҡабат тәмәке тарта башланым, тип әйтергә ҡыйыулығым етмәне. Ошо мәлдә кешенең ни тиклем бушаҡ, көсһөҙ икәнлеген төшөндөм: насар ғәҙәттәр ҡайһы саҡта аҡылдан да ҡеүәтлерәк була икән.
Уйлана торғас, тотош тормошомдоң ниндәйҙер дөрөҫ бул­маған юлдан барғанын абайланым. Эш тәмәкелә генә түгел икән дә! Кешеләр менән аралаша белмәйем, үсегергә яратам, ярһыуымды ауыҙлыҡлай ал­майым... Көсөм дә етмәй. Тимәк, миңә ниндәйҙер юғарыраҡ көскә мөрәжәғәт итергә һәм ышаныс сығанағы табырға кәрәк!
Шулай итеп, мин Аллаһы Тәғәләгә һыйындым. Тормошомдо рәтләүен, на­сар ғәҙәттән арынырға ярҙам итеүен ялбарҙым. Еңел булманы. Ярҙам килгә­нен аңламаған минуттарҙы ла кисерҙем.
Бер мәл шулай әхирәттәр менән ҡунаҡҡа барҙыҡ. Бик тә һил, саф һауалы, матур тәбиғәтле урын ине ул. Мунса индек. Ошонда мин яңырыуымды, эстән дә, тыштан да таҙарыуымды тойҙом. Аллаһы Тәғәлә мин тәмәке тарта башлағанға тиклем булған таҙалығымды ҡайтарҙы. Ошо мәлдән һуң тәмәке тартыуҙы ташланым һәм башҡа үрелгәнем юҡ. Әлбиттә, ҡайһы саҡта насар ғәҙәт үҙен һиҙҙерә, әммә ундай минуттарҙа мин Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итәм һәм дөрөҫ юлдан яҙҙырмауын ялбарам, ярҙамы өсөн рәхмәт уҡыйым.
Тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәткә ҡаршы көрәш юлына баҫҡандарҙы ныҡ булырға, бирешмәҫкә һәм өмөттәрен һүндермәҫкә өндәйем.
Ә тәмәке тартып ҡарамағандар уға бер ҡасан да тотонмаһын ине – кире юл күпкә ауырыраҡ.
Читайте нас