Сәләмәт булайыҡ
7 Сентябрь 2020, 20:30

Яҙмыш һиңә лимон бүләк итһә...

Көн дә кәрәкле үҙенсәлекле кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ. Бәхетле булырға ынтылайыҡ!

Яҙыусы, публицист, психолог һәм педагог Дейл Карнеги "Ер йөҙөндә насар кеше юҡ, ә күңелгә ятмаған хәлдәр бар, шулар менән көрәшергә мөмкин. Уның өсөн башҡаларҙың тормошон йәмһеҙләргә, кәйефтәрен ҡырырға ярамай" тигән принцип менән йәшәгән. Бының менән риза булырғамы-юҡмы - һәр кем үҙе ҡарар, шулай ҙа бер нисә кәңәшен яҙып үтәбеҙ.

Һәр кем көнөнә саҡ ҡына булһа ла иҫәрләнеп ала. Аҡыллы кеше ул хистәргә бүленгән ваҡытты арттырып ебәрмәҫ.

Бал йыйғың килһә, умарталарыңды туҙҙырма.

Киләсәктең йөгөн үткәндәрҙекенә ҡушып хәҙерге заманда иңенә һалған көслө кешеләр ҙә абыныр.

Йылмайыуҙың бер ҡыйынлығы юҡ, ә үҙе шул тиклем юғары баһалана.

Яҙмыш һиңә лимон бүләк итә икән, унан лимонад яһарға өйрән.

Кеше үҙе менән көрәшә башлаһа, тимәк, ул бөткән әҙәм түгел әле.

Һәр ваҡыт нимә менәндер шөғөлләнергә кәрәк, был - иң һөҙөмтәле һәм осһоҙло дауа.

Йөҙ-ҡарашығыҙҙың сағылышы, сырай өҫтөңдәге кейемгә ҡарағанда күпкә мөһимерәк.

Кемделер үҙгәртергә теләһәң, эште үҙеңдән башла, был файҙалы ла, хәүефһеҙ ҙә.

Иҫеңдә тот: кешенең исеме, ниндәй телдә яңғыраһа ла, үҙе өсөн иң татлыһы һәм мөһиме.

Бәхетһеҙ булыуҙың сере - "мин бәхетһеҙмен" тип уйларға ваҡыттың күп булыуында.

Аҡыллы кеше өсөн һәр яңы көн тормош башлана.

Һөжүм иткән дошмандарҙан ҡурҡма, ә ярарға тырышҡан дуҫтарҙан һаҡ бул.

Ҡурҡыу тойғоһо һинең башыңда ғына йәшәй.

Нимәгәлер өйрәнергә теләгең көслө икән, был - уңыштың яртыһы.

Үҙеңде бәхетлемен тип уйлап йөрө һәм ысынлап та уңышлыраҡ булып киткәнеңде тойорһоң.

Һөйөүгә нисек лайыҡ булырға: уны яуларға тырышма, ә үҙең, рәхмәт көтмәйенсә, күңел йылыңды бүләк итә бел.

Фото: goodfon.ru
Читайте нас