Сәләмәт булайыҡ
10 Сентябрь 2020, 13:40

Ҡорбандар өс тиҫтәгә етте...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бөгөн коронавирус инфекцияһынан тағы бер ауырыуҙың һәләк булыуын хәбәр итте.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бөгөн коронавирус инфекцияһынан тағы бер ауырыуҙың һәләк булыуын хәбәр итте. Шулай итеп, Башҡортостанда пандемия осоронда мәкерле Govid -19 ҡорбандарының иҫәбе утыҙға етте.
Республикала һуңғы тәүлектә 29 кешенең вирус йоҡторғаны асыҡланды, пандемия осоронда сирҙе эләктергәндәр һаны 8101-гә етте. Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 5363 кеше сир йоҡторған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 128 ауырыу вафат булған. Һауыҡҡан пациенттар һаны ла арта - 5915.
Белеүебеҙсә, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы пандемия осоронда әүҙем һәм оператив эшләне. Унан бөгөн һуңғы пациент һауыҡтырып өйөнә оҙатылды. Медицина учреждениеһы элекке эш режимына әйләнеп ҡайтырға ниәтләй. 28 августан алып бында яңы пациенттарҙы ҡабул итеү туҡтатылған. Тупланған тәжрибә терапия корпусында булдырыласаҡ пульмонология үҙәгендә файҙаланыласаҡ. Әлбиттә, ихтыяж тыуғанда уның яңынан ковид–госпиталь ролен үтәүе лә мөмкин.
Фото: BashNews.
Читайте нас