Бөгөн Башкортостан Башлығы Радий Хабиров сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар медицина учреждениеларының киҫкен респиратор инфекциялар миҙгеленә әҙерлеген, һаулыҡ һаҡлау тармағы кадрҙары мәсьәләһен, “Сәләмәтлек поездары” эшмәкәрлеген тикшерҙе.
Кәңәшмәне асып, республика етәксеһе Баймаҡ районында булған эш сәфәре тәьҫораттаы менән бүлеште.
– Кисә беҙ Ярат ауылында ФАП астыҡ. Был көтөлгән сара урындағы кешеләр өсөн байрамға әүерелде тиһәң дә була. Ә Баймаҡтағы мәктәптә балаларҙың тештәрен дауалауҙарын күрҙек. Бындай эштәрҙе дауам итеү фарыз.
Шул уҡ ваҡытта уларҙың табиптар, фельдшерҙар менән дә тәьмин ителеүе, ФАП-тарҙың интернетҡа тоташтырылыуы мөһим. Мәктәп стоматология кабинеттарын беренсе сиратта ҙур булмаған ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа асасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе Мәләүез, Ишембай, Күмертау һәм Сибай ҡалаларында офтальмология үҙәктәре асылыуҙы юғары баһаланы. Был йыраҡҡа йөрөмәй урында ғына дауаланыу мөмкинлеген бирә. Радий Хәбиров ошондай уҡ эште эндопротезлау йүнәлешендә лә башҡарырға ҡушты, район дауаханаларында юғары технологиялы ҡоролмаларҙы әүҙемерәк ҡуйырға өндәне.
“Сәләмәтлек сәғәте”ндә граждандарҙың медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы мөрәжәғәттәрен дә тикшерҙеләр. Йыл башынан 6 195 мөрәжәғәт алынған, унда дауалауҙа ярҙам һорағандар ҙа, табиптар етмәүенә зарланғандар ҙа бар. Кешеләрҙе поликлиникаларҙа уҡыу йылы алдынан сират ҙурлығы ла борсой. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәргә һәм мәктәп уҡыусыларына белешмә биреү йәһәтенән терапевтарҙың, педиатрҙарҙың эшен планлаштырыу зарур, тине төбәк етәксеһе.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика медицина ойошмаларының яңы уҡыу йылына һәм киҫкен респиратор инфекциялар миҙгеленә әҙерлеген белдерҙе.
"Бөгөн 22 медицина ойошмаһында COVID-19 менән сирләүселәр өсөн 2 657 койка-урын әҙер. Алда киҙеү һәм киҫкен респиратор инфекциялар миҙгеле торғанға күрә, беҙ уны ҡалдырырға ҡарар иттек. 1 сентябрҙән мәктәптәрҙә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлеүен тикшереүсе медицина инспекторҙары эшләй башланы. Уларҙың хеҙмәтен 21 сентябргә тиклем дауам иттерергә уйлайбыҙ", – тине министр.
Максим Забелин республикала киҙеүгә, пневмококк, менингококк инфекцияларына ҡаршы вакцинация әүҙем башланыуын белдерҙе. 2019 йылда халыҡтың 45 проценты вакцинация үтһә, быйыл был кимәлде 60 процентҡа еткерергә уйлайҙар.
– Беҙ был прививкаларҙың мөһимлеген һәм кәрәклеген шәхси миҫалда күрһәтергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
24 августа “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы башланғайны. Ул 10 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Максим Забелин әйтеүенсә, әле алты “Сәләмәтлек поезы” республиканың алты алыҫ районында эш башлаған. Уның составында күсмә комплекстар, шул иҫәптән күсмә флюорография, маммография кабинеттары эшләй. Халыҡты терапевт, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, невролог, стоматолог, эндокринолог, педиатр һәм башҡа белгестәр ҡабул итә.
"Бығаса махсуслаштырылған медицина ярҙамы йәки диспансерлаштырыу өсөн ауыл халҡы район үҙәгенә барһа, хәҙер табиптар уларға үҙҙәре килә. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар: 12 пациентта яман шеш, һигеҙ кешелә – шәкәр диабеты, 360 пациентта йөрәк-ҡан тамырҙарына бәйле проблемалар асыҡланған", – тине министр.
– Был - эштең бик мөһим йүнәлеше, бигерәк тә ауылдағы ветерандар һәм пенсионерҙар өсөн. Был эште дауам итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Медицина тармағына кадрҙар йәлеп итеү мәсьәләһе тураһында Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов әйтеп үтте. Быйыл юғары уҡыу йортон 1 245 белгес тамамлаған, 905 ординатор әҙерләнгән. Күҙаллауҙар буйынса, 2024 йылға тиклем төбәктә медицина кадрҙарына ҡытлыҡ бөтөргә тейеш.
Башҡортостан Башлығы медицина уҡыу йорттарына уҡырға инеүгә бәйле аңлатыу эштәрен көсәйтергә, ә 2021 йылда бюджет урындарын арттырыуҙы күҙ уңында тоторға ҡушты.
– Дөйөм алғанда, кадрҙарға бәйле хәл ҡатмарлы. Шуға ла көҙ аҙағында хәлде аныҡ анализлаған доклад көтәм, бигерәк тә артта ҡалған муниципалитеттар буйынса, – тине Радий Фәрит улы.