Башҡортостандың Өфө районындағы Ҡамышлы ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөшө әүҙем бара. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Әлегә тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡулайлаштырылмаған иҫке бинала урынлашҡайны. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, тиҙҙән фельдшер-акушерлыҡ пункты айырым иркен бинаға күсә, бөтә коммуникациялар тоташтырылған да инде. Подряд ойошмаһы белгестәре биләмәне төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡаралыу һәм процедура-прививка яһау кабинеттары, табиптар тарафынан ҡабул итеүҙе көтөү, хеҙмәткәрҙәр өсөн кейем алмаштырыу бүлмәләре, йыуыныу бүлмәһе бар. Тимәк, халыҡ уңайлы шарттарҙа хеҙмәтләндереләсәк. Бында меңдән ашыу кешегә медицина хеҙмәте күрһәтеләсәк.
Фото: health.bashkortostan.ru