Белгестәр өлкәндәр тормошонда, биологик күҙлектән ҡарағанда, өс киҫкен йәш осорон билдәләгән. Геронтологтар фекеренсә, 45 йәш күптәр өсөн хәүефле мәл.
Был осорҙа, нигеҙҙә, репродуктив функция тамамланыуға табан бара. Ә 60 йәштә күҙәнәктәрҙең бүленеүе һәм туҡымаларҙың ҡайтанан тергеҙелеүе һүлпәнәйә. Бының организмдың йәшәү өсөн бик мөһим функцияларын һаҡлауҙа сағылыуы мөмкин. Ғәҙәттә, был йәштәге кешеләр өс төрлө хроник сирҙән яфалана.
75 йәштә кешенең күҙәнәктәрҙе һаҡлаған һәм химик матдәләрҙе тапшырыуҙа ҡатнашҡан тоташтырыу туҡымаһы нигеҙен тәшкил иткән күҙәнәктән тыш матриксы насар эшләй. Төрлө ағзаларҙа проблемалар башлана, шул иҫәптән баш мейеһендә хроник сирҙәр арта (уларҙың һаны уртаса етегә етә).
Эксперттар әйтеүенсә, бында һүҙ уртаса мәғлүмәттәр тураһында бара. Кешенең сәләмәтлек торошона туҡланыу, физик әүҙемлек, экология, стрестар һәм уларға бирешмәү ысулдары ла тәьҫир итә.
Европалар менән сағыштырғанда, рәсәйҙәрҙең һаулыҡ торошонда проблемалар иртәрәк башлана. Дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән тәьҫирле иҫкәртеү саралары, туҡланыу мәҙәнилеге, зарарлы ғәҙәттәрҙән арыныу ғына сәләмәтлекте һаҡлауға тотонолған сығымдарҙы кәметергә, оҙайлы ғүмер кисерергә ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй эксперттар.