Әгәр спорт залына йөрөргә ваҡытығыҙ юҡ икән, йәйәү йөрөгөҙ, лифт тигән һүҙҙе онотоғоҙ. 22-се ҡатта йәшәйһегеҙ икән, дүртенсе, бишенсе ҡатҡа булһа ла йәйәү күтәрелегеҙ һәм лифт саҡыртығыҙ, тип кәңәш итә доктор. “Ҡайһы берәүҙәрҙең 20 йәштә үк хәрәкәтләнмәү сәбәпле мускулдары йомшара башлай. Көн дә хәрәкәтләнегеҙ, магазинға булһа ла барып әйләнегеҙ, бер нисә туҡталышты үтеү өсөн транспортҡа ултырыу ҙа кәрәкмәй. Күберәк йәйәү йөрөү һығылмалылыҡты арттыра, калорияларҙы яндыра”, – ти Александр Мясников.