Сәләмәт булайыҡ
11 Сентябрь 2020, 15:19

Шатлана ла белергә кәрәк

Психологтар асыҡлауынса, иң борсоулы йөҙлө кешеләр Рәсәйҙә йәшәй. Улар менән нисек ризалашмайһың, урам буйлап барғанда ҡаршығыҙға осраған кешеләрҙең йөҙөнә ҡарап та иң бәхетһеҙ кешеләр беҙҙә икән, тип уйларға була. Ниңә шатлана белмәйбеҙ? Яңы таң атыуына. Хеҙмәттәштәреңдең уңышына. Күршеләреңдең һаулыҡ һорашыуына ниңә йылмайып һүҙ ҡушмаҫҡа?

Психологтар асыҡлауынса, иң борсоулы йөҙлө кешеләр Рәсәйҙә йәшәй. Улар менән нисек ризалашмайһың, урам буйлап барғанда ҡаршығыҙға осраған кешеләрҙең йөҙөнә ҡарап та иң бәхетһеҙ кешеләр беҙҙә икән, тип уйларға була. Ниңә шатлана белмәйбеҙ? Яңы таң атыуына. Хеҙмәттәштәреңдең уңышына. Күршеләреңдең һаулыҡ һорашыуына ниңә йылмайып һүҙ ҡушмаҫҡа?


Бәхетле булыу өсөн беҙгә нимә ҡамасаулай? Бәлки, ке­ше­ләр менән мөнәсәбәт ҡора белмәйбеҙҙер, әллә донъя мәшәҡәттәре иңебеҙҙе ныҡ баҫҡанмы? Башҡаларҙан артта ҡалмау ынтылышы, һәр ваҡыт эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тирләп-бешеп ҡай­ҙалыр сабыу, үҙеңдең генә түгел, яҡындарыңдың проблемаларын үҙ өҫтөңә алыу ҙа арыталыр.

Ҡайһы саҡта, “Их, бер кем дә ҡамасауламаған утрауҙа йәшәргә ине” тигән уйҙың да башҡа килеүе ихтимал. Кә­йефте боҙған нәмәләр эргә­беҙҙә туп-тулы: хаҡтарҙың артыуы, начальниктың ҡәнәғәт­һеҙлек белдереүе, аҡса еткерә алмау, балаларыңдың тың­лашмауы, күрше-күләндең йән­гә тейеүе… Тимәк, донъяға ҡарашты тамырынан үҙгәртеү тураһында уйларға ваҡыт еткән.

Беренсенән, шатлыҡ – ул һис сәбәпһеҙ тыуа торған тойғо. Күңел таҙалығы, рухи сәлә­мәтлек, көс күрһәткесе ул шатлана белеү. Үткәндә ҡалған борсоулы хәлдәрҙе, һаман да оноттормаған күңелһеҙ мәл­дәрҙе ҡат-ҡат иҫкә төшөрөүҙән арынығыҙ. Әгәр булдыра алһа­ғыҙ, тормошҡа сабыйҙар күҙ­легенән ҡарарға тырышығыҙ, донъяны сағыу буяуҙарҙа, бөтә тулылығында күрергә ынтылыу, үҙең өсөн ҡыҙыҡлы асыштар яһау күңелһеҙләнергә форсат бирмәҫ.
Үҙебеҙҙең “ҡабығыбыҙға” ғына бикләнеп, донъяны танып-белеүҙән, уның ифрат ҡыҙыҡлы яҡтарын күреүҙән мәхрүм ҡалабыҙ. Яҡындары­быҙҙың шатлығын бүлешеүҙән беҙҙең дә шатлыҡ артасаҡ. Ә кеше ҡайғыһын уртаҡлашыу, ярҙамға килеү, бәлә-ҡазаны бергәләп еңеү һеҙҙең көстө генә арттырасаҡ.
Шатланыу – беҙҙең күңелде байытҡан тойғо. Ни өсөн күңе­лебеҙ бойоҡ, йөҙҙәребеҙ еме­релгән, тормоштан ҡәнәғәтлә­неү тойғоһон кисермәйбеҙ, тигән һорауға яуап бер: “Сөнки беҙ үҙебеҙ теләгәнсә йәшәмәй­беҙ”. Тимәк, үҙебеҙҙең “ярты­быҙ” бу­лырлыҡ кешегә өйлән­мәгәнбеҙ, үҙебеҙ теләгән ерҙә эшләмәй­беҙ, үҙебеҙ хыяллан­ған тораҡта йәшәмәйбеҙ… Эш бында аҡса­ла түгел, ә эске азатлыҡта, ни­мә­гә һәләтле булыуыбыҙҙы асыҡ­тан-асыҡ күрһәтә алыуы­быҙҙа, юҡ-бар нәмәләрҙән, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булыуыбыҙҙа, ти психологтар.
Читайте нас