Был Көнсығыш емеше республика баҙарҙарына ла ныҡлы үтеп инде. Уны йыш ҡына йәшлек һәм оҙон ғүмерлелек, “Хоҙай емеше” тип тә йөрөтәләр.
Ул – хуш еҫле, татлы емеш, юғары антиоксидантлы туҡланыу матдәләренә бай ҡиммәтле сығанаҡ. Витаминдарға, фолий һәм ҡәһүә кислоталарына бай. Ҡояш йылыһында бешкән емеш сирҙәрҙән йонсоған организмға ҙур файҙа килтерә, уны нығыта, һыуһынды ҡандыра, һыу-тоҙ тигеҙлеген һаҡлай. Шафталы һуты ашҡаҙан әселеге түбән булғанда, эс ҡатҡанда, гастриттан яфаланғанда ярҙам итә, үҙәк көйөүҙе иҫкәртә.
Хатта шафталы ағастарының орлоғо һәм сәскәләре экстракттарын һөт биҙе, эсәклек шештәрен иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа уңышлы файҙаланалар. Ундағы К витамины бауыр һәм бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта. Епсәләргә һәм желатинға бай булыуы йыуан эсәктең таҙарыныу процесына ярҙам итә. Тағы ла мөһим үҙенсәлеге – емештә калий һәм магний күп миҡдарҙа тупланған. Йөрәк ритмын көйләүҙә һәм йөрәк мускулын нығытыуҙа был микроэлементтар файҙалы.
Унда фосфор ҙа етерлек кимәлдә, ул мейе эшмәкәрлеген, хәтерҙе яҡшырта, ә каротин күҙ үткерлегенә ыңғай тәьҫир итә. Үпкә, анемия сирҙәрен дауалағанда ла бик файҙалы, цинктың күп булыуы гормондар кимәлен нормалләштерә, простата сирен иҫкәртә.
Бына ниндәй икән ул Көнсығыш емеше! Уның ярҙамында организмығыҙҙы етешмәгән микроэлементтар, витаминдар менән йәй эсендә туйындыра алаһығыҙ. Көнөнә ике шафталы ашаһағыҙ, тирегеҙ бәрхәттәй йомшарып, матурланып китер. Шуныһын да хәтерҙә тотоғоҙ: был емештә шәкәр һәм углевод күп, аллергиянан яфаланғандарға, диабет менән сирләгәндәргә, ашҡаҙан әселеге юғары булғандарға унан баш тартырға тура киләсәк.