Хәләл ефетегеҙ иртән йәнә йомортҡа бешереп алдығыҙға ҡуйһа, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, танауығыҙҙы сирмағыҙ, сөнки ул – иртәнге туҡланыу өсөн бына тигән файҙалы аҙыҡ. Туҡлыҡлы ла, еңел үҙләштерелә лә.
Файҙалы матдәләр күп булғанлыҡтан, ул тиҙ асыҡтырмай. Унда аҡһым күп булыуҙан тыш, сифатлы ла, мускул массаһын арттырыуға булыша, май тупламай. 100 грамм аҙыҡтағы 12 грамм тирәһе таҙа протеин һөйәкте, тырнаҡтарҙы, сәсте нығытыуға булыша, шеш процестарын туҡтатырға ярҙам итә.
Йөклөлөк осоронда ашау бик файҙалы. Йомортҡа ағында ҡиммәтле аминокислоталар, минералдар, витаминдар, калий, кальций, марганец һәм тимер бар. Йомортҡа һарыһында холестерин, май кислоталары, микро- һәм макроэлементтар тупланған. Уны табынға төрлө йәшелсә, тәмләткес үләндәр менән биреү һәйбәт.
Табиптар йомортҡаны аҙнаһына өс-дүрт тапҡырҙан да артығыраҡ ҡулланмаҫҡа кәңәш итә. Ҡыҙҙырылғанын панкреатит, холецистит, бауыр сирҙәре менән ауырығандар ашамаһа, яҡшыраҡ булыр. Сабыйҙарҙа аллергия тыуҙырыу ихтималлығын да оноторға ярамай. Уны сей көйө ашау ҙа сәләмәтлеккә зарар килтереүе ихтимал.