Бүздәк районының Арыҫлан ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Объектты медицина хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ауылдың дүрт йөҙгә яҡын халҡы ла түҙемһеҙлек менән көтөп алды.
Иҫке ФАП элекке мәктәп бинаһында урынлашҡайны. Хәҙер иһә заман талаптарына һәм санитария нормаларына тулыһынса яуап биргән, тейешле ҡулайламалар, ҡорамалдар менән тәьмин ителгән медицина учреждениеһы сафҡа инде. Бында фельдшер, ҡаралыу, процедуралар бүлмәһе, пациенттар өсөн табиптың ҡабул итеүен көтөү урындары, санузел бар, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү йәһәтенән уңайлы шарттар тыуҙырылған.
"Фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы һалынды. Яңы ФАП медицина ярҙамы күрһәтеү, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, халыҡты диспансерлаштырыу сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итер тип ышанам", – тине объектты асыу тантанаһында Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов. Ул ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте.
Яҡташтарының шатлығын уртаҡлашырға тип был көндә Арыҫланға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева килгәйне. Ул шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышына Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Хәтер баҡсаһы”на нигеҙ һалыуҙа ҡатнашты.