Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко исеменә мөрәжәғәт әҙерләгән. Стәрлетамаҡта йәшәгән бер йәш тә ике айлыҡ ҡыҙ балаға һауығыу өсөн бик ҡиммәтле “Спинраза” препараты кәрәк.
Маргарита Кантюковаға 1-се типтағы арҡа мускул атрофияһы диагнозы ҡуйылған. Бер генә укол яһау ҙа ҡыҙҙы һауыҡтырасаҡ. Тик уның хаҡы көс етмәҫлек – 160 миллион һум!
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, сабыйҙың әсәһе, препарат алыуҙа ярҙам һорап, уларға мөрәжәғәт иткән. Үтә ҡиммәт булыуы сәбәпле, мәсьәләне федераль кимәлдә генә хәл итеү мөмкин.
”Спинраза” - Рәсәйҙә теркәлгән һәм арҡа мускул атрофияһын дауалау өсөн тәҡдим ителгән берҙән-бер препарат. Генетик сир хәүефле, бөтә мускулдарҙы яйлап көсһөҙләндерә, һулыта, эштән сығара. Бер ауырыуҙы дауалау ҡиммәткә төшә, сирҙән ҡотолдороусы тылсымлы укол тиҫтәләгән һәм йөҙәрләгән миллион һумға барып етә.
“Препарат рәсми рәүештә тәҡдим ителһә лә, ул йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә индерелмәгән, - ти Константин Толкачев. – Беҙҙең мөрәжәғәт маҡсаттарының береһе – препаратты ошо исемлеккә индереүҙе тиҙләтеү, ауырыуҙар дарыуҙы ваҡытында бюджет аҡсаһына ала алһын, ҡиммәтле ваҡытты әрәм итеп инстанциялар буйлап йөрөмәһен өсөн”.
Парламент спикерын дарыу хаҡының үтә ҡиммәтлеге лә икеләндерә. Бер сирле терапияһы дауахана төҙөү менән бәрәбәр. “Киләсәктә беҙгә Рәсәйҙең үҙендә “Спинраза”ның аналогын етештереү кәрәк”, - ти Константин Толкачев.
Ҡыҙға бөгөндән ярҙам кәрәк, матди ярҙам күрһәтергә теләгәндәр 3434 номерына “платеж Рита 500” тексы менән SMS ебәрә ала.