Сәләмәт булайыҡ
12 Сентябрь 2020, 06:30

Тағы ла 30 кеше өҫтәлде

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл-торош нисек?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы еткергән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кисә Башҡортостанда тағы ла 30 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 8131-гә етте.
Һауыҡҡандар – 7538 (һуңғы тәүлектә 97 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 30. Республика стационарҙарында 47 сирле ята, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылғандар юҡ. Амбулатор шарттарҙа 516 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 883516 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 8443.
Пневмонияға килгәндә, 101 сирле асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 85 кеше дауахананан йүнәлеп сыҡҡан.
Сирлеләр һанына килгәндә, ковид кисергәндәрҙең иң күбе Өфө ҡалаһында (3287 кеше), Нефтекамала (523), Стәрлетамаҡта (341) теркәлгән. Исемлек аҙағында элеккесә Межгорье ҡалаһы һәм Бөрйән районы килә – уларҙа коронавирус йоҡторған өс һәм ике кеше теркәлгән.
Фото: ria.ru
Читайте нас