Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле яңы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 30 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 8161-гә етте. Һауыҡҡандар – 7607 (һуңғы тәүлектә 69 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 30. Республика стационарҙарында 38 кеше ята, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылғандар юҡ. Амбулатор шарттарҙа 486 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 892895 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 8759.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 109 сирле асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 100 кеше дауахананан йүнәлеп сыҡҡан.