Сәләмәт булайыҡ
13 Сентябрь 2020, 15:00

Вирус ҡорбандары артты

Пациент, коронавирус инфекцияһынан тыш, тын алыу органдары сиренән яфаланған. Шулай итеп, республикала коронавирус ҡорбандары 31-гә етте.

Башҡортостанда коронавирустан Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡырҡ йәштәге ҡатын вафат булған. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Пациент, коронавирус инфекцияһынан тыш, тын алыу органдары сиренән яфаланған. Шулай итеп, республикала COVID-19 ҡорбандары 31-гә етте.
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда тағы 32 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Стационарҙарҙа - 39 ауырыу, бер пациент ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа 509 сирле дауалана.
Тәүлек эсендә 92 кешелә пневмония асыҡланған. Пандемия башланғандан алып коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 8 193–кә еткән. Бөтәһе 7 719 ауырыу һауыҡтырылған.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 5 449 кеше сирҙе йоҡторған, 94 ауырыу вафат булған, 2 690 пациент һауыҡҡан. Күреүебеҙсә, битлек режимын, санитария-гигиена талаптарын күҙәтеү һаман да көн ҡаҙағында. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы мәкерле сирҙән һаҡларға тырышығыҙ.
Фото: BashNews.
Читайте нас