Сәләмәт булайыҡ
15 Сентябрь 2020, 13:45

Аттар үҙҙәренә дуҫ эҙләй

Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙәге 30 үҫмер һыбай йөрөргә өйрәнеү мөмкинлегенә эйә.

Ил башлығы Владимир Путиндың башланғысы менән булдырылған Президент гранттары фонды ярҙамы һөҙөмтәһендә тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙәге 30 үҫмер һыбай йөрөргә өйрәнеү, психолог менән шөғөлләнеү, финанс ғилеме нигеҙҙәренә төшөнөү һәм киләсәккә һөнәр һайлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Мәғлүм булыуынса, бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
“Грация” ат клубы Өфө районында тормошҡа ашырасаҡ проект “Ат дуҫтары клубы” тип атала. Бындай исем осраҡлы һайланмаған, “Грация” клубы барлыҡҡа килеүенең тәүге көнөнән үк һәүәҫкәрҙәр ҙә, һөнәри спортсылар ҙа ингән ҙур ғаиләне тәшкил итә. Улар бергәләп үҫә, алға бара, иң мөһиме, аттарҙы сикһеҙ ярата. Әле Өфө районында йәшәгән үҫмерҙәр ҙә ошо командаға инә ала.
Һыбай йөрөргә өйрәтеү проекттың нигеҙен тәшкил итә. Ул үҫмерҙәрҙең спорт ҡеүәтен арттырыу, һаулығын нығытыу, физик һәләтен үҫтереү мөмкинлеген бирә. Һыбай йөрөгәндә ҡан әйләнеше яҡшыра, умыртҡалыҡ төҙәйә, координация яҡшыра, ваҡ моторика үҫә. Саф һауалағы күнекмәләр тын алыу ағзалары өсөн файҙалы.
Проектта ҡатнашыусылар дүрт аяҡлы дуҫтары менән ошо аҙнала таныша. Проектҡа ҡушылырға “Ғаилә” үҙәге ярҙам итә. Өфө районындағы Ғаилә хеҙмәтенең телефоны: 287-08-14.
Фото: ккграция.рф
Читайте нас