Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, коронавирус ҡорбандары тағы артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 34 йәшлек Өфө егетен табиптар үлемдән ҡотҡара алмаған.
Ведомство мәғлүмәттәренән күренеүенсә, пациенттың хроник сирҙәре булған – һимеҙлек һәм ДВС синдромы (диссеминированное внутрисосудистое свертывание). Был үлем осрағы - сентябрь айында рәсми теркәлгән өсөнсөһө инде.
Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар һаны 32-гә артҡан, шулай итеп, пандемия осоронда барлығы 8286 кеше сиргә дусар булды. Бөтәһе 7749 ауырыу һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә - 27 кеше. Әлеге көндә 505 ауырыу дауалана, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Пневмония осраҡтары һуңғы тәүлектә арта төшкән - 112.