Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус һаман сигенмәй. Шуныһы аяныслы, яҡындарыбыҙ, таныштарыбыҙ, үҙебеҙ ауырый башланыҡ. Сирләп, шәбәйеүе ярар, һәләк булғандар ҙа бар бит әле арала.
Ошо көндәрҙә "Бәйләнештә" социаль селтәрендә яҙыусы, "Ағиҙел" журналы баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың бик тетрәндергес яҙмаһы донъя күрҙе. Был сир уның өсөн дә яҡын булған кешене алып киткән.
"Илайым бөгөн. Янымдан фәрештә кеүек изге зат күккә, мәңгелеккә, менеп юғалды. Юғалманы. Хәҙер бейектән беҙҙе, мине ҡурсаламаҡсы. Барыһына йөрәген, йәнен бирергә әҙер изгеләрҙән-изге Зөлфән абзый, "Шоңҡар" журналының алыштырғыһыҙ водителе, коронавирус тигән ҡәһәр һуҡҡыр афәтте еңә алмай, уйламағанда китеп барҙы. Хызыр Ильяс ише бер фәрештә булды ул минең ғүмеремдә, һәр саҡ янда, һәр саҡ йәндәш ине. Йәнемдең бер өлөшө һулыны...
Ҡышын үҙем бик ныҡ ауырыным. Ҡатынымды көн дә алып килә, хәлемде белә Зөлфән абзый. Температура төшмәгәс, хәлем шәбәймәгәс, үҙ улылай күреп ҡайғыра. Борсолоуы, хәүефләнеүе бар йөҙөнә сыға, күҙҙәрен минән йәшерә. Шунан, ярай, машинаны йылыта торайым тигән һылтау менән ишеккә, тышҡа атлыға. Ҡатыныма һуңынан, терелеп кенә китһен инде, тигән була... Мин терелдем, ә ул...
Август аҙағында баяғы афәт менән дауаханаға эләккәс, янына барырға ярамай, шылтыратам. Бындай температура булғаны юҡ, аптырайым, Сәхиуллович, тине. Ике көндән, система аҫтында ятам, ике аҙнанан сығырмын, тигән булды. Шунда тойҙом, ышаныслы түгел тауышы ла, яуабы ла. Йыуатыуы мине. Ҡарайҙармы һуң, тим.
– Нормально, – быныһы яратҡан һүҙе.
Бер нисә көндән тағы шылтыратам, телефоны бөтөнләй һүнде. 10 сентябрь, кесе йома, вафат булған. Бөгөн генә бына билдәле булды. Мин ошо биш көн өсөн дә рәхмәтлемен, Зөлфән абзый. Һин әле бар, һин әле тере тип тыныс ҡына йәшәй биргәнмен. Бәлки... һин ихлас йылмайып, Сәхиуллович, нисек хәлдәр, тип килеп тә инерһең. Мин һинең менән әле хушлашманым, мин күрмәнем һинең... уҙғаныңды. Тойманым да.
Ул бер ҡасан да һыр бирмәне, донъяны яратып, сәмләнеп, кешеләргә тик изгелек эшләп кенә йәшәне. Йәшәй белде. "Шоңҡар"ҙағы һәр кем, йәше лә, абруйлыһы ла атай, ағай кеүек яҡын күрҙе, үҙ итте Уны. Уның кеүек хәстәрлекле, уның кеүек тә йомарт күңелле кешеләр бик һирәк был шаулы-даулы донъябыҙҙа. Ҡыйын миңә, илайым.
Фәрештәләр, Хызыр Ильяс яныбыҙҙа - тоябыҙмы, коронавирус та йыраҡ түгел - беләбеҙме?..
- Йәннәттә һиңә тигән урын иртәрәк әҙерләнмәнеме икән, Зөлфән абзый? Иртәрәк ҡуҙғалдың түгелме?
- Нормально! Һаҡла үҙеңде...
Мин илайым. Һағынам һине. Бәхил бул!" - тип яҙҙы Мөнир Сәхиулла улы.
Тетрәнмәү мөмкин түгел. Бик йәл. Яҡын кешеләр аранан китә. Сир ҙә яҡын, һаҡлайыҡ үҙебеҙҙе.