Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы еткергән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бер тәүлектә Башҡортостанда тағы ла 30 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған.
Шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 8417-гә етте.
Һауыҡҡандар – 7882 (һуңғы тәүлектә 11 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 34. Республика стационарҙарында 32 сирле ята, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылғандар юҡ.
Амбулатор шарттарҙа 469 кеше дауалана.