Республикала арҡа мускулы атрофияһы диагнозы ҡуйылған биш сабыйҙың өсөһө фармацевтика компанияһы ойошторған лотереяла 160 миллион һум торған препаратты отто. Беҙ уларҙың һәр береһе өсөн шатбыҙ! Тимәк, сабыйҙар йәшәйәсәк.
Өфөлә шундай һирәк осраған генетик сиргә тағы бер сабый дусар. Ике йәшлек Әмирә көндән-көн күҙ алдында һулый, ярҙам кәрәк, тип хәбәр иткәйнек инде. Башҡаларҙан айырмалы, уның түләүһеҙ дарыу алыу мөмкинлеге юҡ, сөнки был акция ике йәшкә тиклемге сабыйҙар араһында ғына үткәрелә. Табиптарҙың диагнозды һуңлап ҡуйыуы арҡаһында, ҡыҙҙың уколды бушлай алыу әмәле ҡалмаған. Баланы үлемдән ҡотҡарыуҙа берҙән-бер вариант - 160 миллион һум аҡса йыйыу.
Ирекмәндәр кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү, аҡса туплау өсөн автоуҙыш та үткәрҙе. Сабый яҙмышына битараф булмаған өфөләр Әмирә менән үлемгә ҡаршы көрәшкә сыҡты. Мөғжизәле “Золгенсма” препаратын алыу өсөн аҡса туплау һүлпән бара, әлегә ни бары дүрт миллион һум ғына йыйылған.
Сабыйҙың апаһы Лилиана тормошон ике йәшлек һеңлеһенән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай: “Яңыраҡ ҡына мин уның шыуыша, атлай башлауын күреп ныҡ ҡыуанғайным, хәҙер ул аяғында баҫып та тора алмай...”
Был фантастик сумманы йыйыу өсөн Башҡортостанда йәшәгән һәр кемдең ғаилә иҫәбенә 40 һум аҡсаһын күсереү етә, ти ирекмәндәр.