Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән брифингта һуңғы тәүлектәге үҙгәрештәр, киҙеүҙән вакцина яһатыу барышы тураһында һүҙ барҙы.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, республикала һуңғы тәүлектә сирҙе йәнә 35 кеше йоҡторғаны асыҡланған, шулай итеп, пандемия башланғандан алып барлығы 8 487 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә бер пациентты табиптар ҡотҡара алмаған. Билдәле булыуынса, 55 йәшлек ауырыу ҡатын Белорет ҡалаһынан. Ул шәкәр диабетынан һәм ашҡаҙан аҫты биҙе липоматозынан яфаланған булған.
Мәкерле сир һәләк иткәндәр һаны, министр урынбаҫары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 35-кә еткән (стоп.коронавирус порталында ҡорбандар һаны 36 тип күрһәтелгән). Стационарҙарҙа - 41 (өсөһө ауыр хәлдә), амбулатор шарттарҙа 510 ауырыу дауалана. Тәүлек эсендә 108 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған.
Әлеге мәлдә киҙеүҙән вакцинациялау дауам итә, быйыл сирҙең яңы өс штаммы булыуы билдәле. Прививка яһатыу өсөн урындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ковидтан тәүге вакциналар килеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Тәүҙә 37 ирекмән вакцина яһатыуҙың беренсе этабын үтәсәк, бер юлы тикшереү эштәре һәм көндәлек алып барыласаҡ.
Санитария-гигиена талаптарын үтәү, элеккесә, көн ҡаҙағында торған мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.