Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны һуңғы тәүлектә йәнә 34-кә артты. Һөҙөмтәлә Govid-19 диагнозы ҡуйылған ауырыуҙар һаны 8521-гә етте.
Һуңғы тәүлектә 80 ауырыу һауыҡҡан, сирҙән һәләк булғандар теркәлмәгән, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Коронавирус пандемияһы осоронда республикала 35 сирле вафат, табиптар әйтеүенсә, уларҙың хәлде ҡатмарландырған башҡа сирҙәре лә булған. 41 пациент стационарҙарҙа дауалана, береһе ауыр хәлдә. Пневмония осраҡтары артыуы хәүефләндерә: тәүлек эсендә 121 осраҡ теркәлгән.
Коронавирус менән көрәш буйынса оператив штаб Рәсәйҙә инфекцияны йоҡторғандар һаны тураһында яңы мәғлүмәт менән таныштыра. Һуңғы тәүлектә 6431 кешелә был сир раҫланған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 150 ауырыу вафат булған.
Республикала санитария-гигиена талаптарын үтәү көн ҡаҙағында торған мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Һуңғы тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, йәмәғәт урындарында, транспортта битлектә йөрөү сирҙе йоҡтороу ихтималлығын ике тапҡырға кәметә.