Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртибендә сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар коронавирус пандемияһы шарттарында һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшмәкәрлеген, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте хәле һәм үҫеш мөмкинлектәрен, төбәктә амбулатор компьютер томографияһы үҙәктәре атҡарған бурыстарҙы тикшерҙе.
Кәңәшмәлә халыҡтың медицина мәсьәләләренә бәйле мөрәжәғәттәрен ҡаранылар. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, 2020 йылдың башынан алып “Инцидент менеджмент” системаһы ошондай 6681 мөрәжәғәтте теркәгән. Мөһимдәре араһында – медицина учреждениеларын ҡыҫҡартыу, белгестәр етмәүе, коронавирусҡа ҡаршы көрәш. Федоровка үҙәк район дауаханаһында йылы һыу булмау мәсьәләһен хәл итеүгә күп ваҡыт талап ителгән, тик белгестәр уны еренә еткереп ҡуйған.
Һорауҙарҙың ҙур өлөшө эш тәртибендә хәл ителә. Мәҫәлән, БДМУ клиникаһында компьютер томографияһын көткән пациенттар өсөн айырым бина бүлгәндәр, ә Салауат ҡалаһындағы балалар поликлиникаһындағы офтальмология кабинетына белгес тапҡандар.
Радий Хәбиров медицина учреждениелары етәкселәренә үҙҙәренең белгестәргә булған мохтажлығын тикшерергә һәм БДМУ-ға ғаризалар әҙерләргә ҡушты. Уның белдереүенсә, табиптар етмәүе, поликлиникаларҙағы сират мәсьәләһен системалы хәл итергә, халыҡтан ялыу килгәнен көтөп тормаҫҡа кәрәк.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәр артыуы күҙәтелә. Тәүлек үҫеше 0,5 процент тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта һауыҡҡандар - 93 процент. Үлем осраҡтары 0,5 проценттан артмай, был - ил буйынса иң түбән күрһәткестәрҙең береһе. Тестар үткәреү юғары кимәлдә. Медицина учреждениеларында кәрәкле дарыуҙар һәм яҡланыу саралары запасы бар. Табиптар дәртләндереү түләүҙәрен ваҡытында ала.
– Ниндәйҙер мәғәнәлә коронавирус кире әйләнеп ҡайта. Күреп торабыҙ, бик күп Европа илдәрендә ҙур үҫеш күҙәтелә, күршеләрҙә лә сирлеләр һаны арта. Бының беҙгә лә килеп етеүе ихтимал, – тине Радий Хәбиров. – Эпидемиологик хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бүлергә кәрәк, бигерәк тә медицина учреждениеларында. Оҙайлы эшкә әҙер булайыҡ, көҙ-ҡыш осоро еңел булмаясаҡ.
Сирлеләр һаны артыуын иҫәпкә алып, аҙна аҙағына тиклем Өфөлә Ковид-19 пациенттары өсөн өҫтәмә 200 урын әҙерләнәсәк.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе гриптан вакцинацияны дауам итергә ҡушты. Максим Забелин белдереүенсә, 580 мең кеше прививка алған. Дөйөм вакцина яһатҡан кешеләр һанын 2 миллионға тиклем еткереү планлаштырыла.
Быйыл Башҡортостанда ашығыс ярҙам күрһәтеү буйынса муниципаль-ара бүлексәләр булдырыу буйынса эш башланды. Маҡсат – саҡырыуға барыу тиҙлеген арттырыу. Максим Забелин белдереүенсә, быйыл тәүге һигеҙ ай эсендә “Ашығыс ярҙам” табиптары 840 мең тапҡыр саҡырыуға сыҡҡан. 90 проценттан ашыу осраҡта пациентҡа барып етеү осрағы 20 минуттан ашмаған. Шул уҡ ваҡытта 16 район уртаса республика күрһәткестәренән артта ҡала. Тотҡарланыу буш бригадалар булмауы, ауылдар араһындағы ара оҙонлоғо, ауыр климатик һәм юл шарттарына бәйле.
Министр белдереүенсә, эштең ауыр булыуына ҡарамаҫтан, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтендә ыңғай кадрҙар динамикаһы күҙәтелә. Йылдың тәүге һигеҙ айы эсендә эшселәр 93 кешегә артҡан, табиптар һәм уртаса медицина персоналы менән комплектлау үҫкән. Автопаркты яңыртыу дауам итә. Планда - муниципалитет-ара ашығыс медицина ярҙамы бүлексәләре эшмәкәрлеген киңәйтеү.
Радий Хәбиров киләһе “Сәләмәтлек сәғәте"нең береһен ашығыс ярҙам станцияһы базаһында үткәрергә тәҡдим итте. Урында хеҙмәткәрҙәр менән аралашып, хәлде яҡындан белеү өсөн кәрәк был.
Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ҡарарына ярашлы, 2020 йылдың апреленән амбулатор компьютер томографияһы үҙәктәре дауахананан тыш пневмония билдәләре менән килгән пациенттарҙың күкрәктәрен тикшереүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Министр белдереүенсә, апрелдән авгусҡа тиклем 28 мең тикшереү үткәрелгән, 16,5 мең кешенең үпкәһендә үҙгәрештәр тапҡандар. 366 кешелә яңы шештәр билдәләнгән, шул иҫәптән онкология ла.
Томографтарға көсөргәнеш үҫә. Был мәсьәләне хәл итеүҙә пациенттар ағымын оптимизациялау ярҙам итәсәк. Йыл аҙағына тиклем инфекция госпиталдәрен яңынан ҡороу программаһы буйынса һигеҙ һәм йөрәк-ҡан тамыры сирҙәре менән көрәш программаһы буйынса ике яңы томограф ҡуйырға уйлайҙар. Бынан тыш, Шишмә һәм Учалы райондарында Радий Хәбировтың эш сәфәре барышындағы йөкләмәһе буйынса ла томографтар ҡуйыласаҡ.
Башҡортостан Башлығы медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән томограф һәм ангиографтар менән йыһазландырыу буйынса белешмә әҙерләргә ҡушты.
– Беҙҙең бурыс – ауырлыҡтарға ҡарамай, 2024 йылға тиклем Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыуҙы тамамлау, - тине ул.
Күсмә “Сәнәғәт сәғәте”ндә Башҡортостан Башлығы “Астра” үҙәгенең коагулометрҙарын файҙаланыу мөмкинлеге мәсьәләһен ҡарарға ҡушҡайны. Максим Забелин белдереүенсә, республика дауаханаларында файҙаланылған бындай ҡорамалдарҙың яртыһынан күбеһен тап улар етештергән. Уларҙың арзан булыуы, ябайлығы, ышаныслылығы өҫтөнлөк булһа, етешһеҙлеге тип Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына тоташтырып булмауҙы атанылар.
– Сифат һәм хаҡтарын иҫәптә тотоп, үҙебеҙҙең етештереүсегә өҫтөнлөк бирергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.