Сәләмәт булайыҡ
25 Сентябрь 2020, 07:47

Вакцина яһатыу – хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле аҙым

Ғүмереңде һаҡлап ҡал.

Йыл һайын сентябрҙә илдең санитария-эпидемиология хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Быйыл иһә ошо тармаҡтың ойошторолоуына 98 йыл тула.


Уларҙың эшмәкәрлеге күп яҡлы: Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы, республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге халыҡтың санитария-эпидемиология именлеге һағында тора, йоғошло һәм йоғошһоҙ сирҙәрҙе иҫкәртеү, ҡулланыусылар баҙарындағы хәлде күҙәтеү, йәшәү мөхитенең кеше һаулығына тәьҫирен күҙаллау һәм хәүефен баһалау кеүек мөһим бурыстарҙы атҡара.


Һөнәри байрам алдынан беҙ республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгесе, табип-эпидемиолог Елена Владимировна РОЖКОВА менән әңгәмәләштек, көнүҙәк һорауҙарға яуап алдыҡ.


– Коронавирус пандемияһы Үҙәк эшмәкәрлегенә нисек тәьҫир итте?

– Пандемия беҙҙең учреждение эшмәкәрлегенә генә түгел, тотош кешелектең бар даирәләренә, тормошона аҙмы-күпме миҡдарҙа ҡағылды, шул иҫәптән беҙҙең Үҙәк эшмәкәрлегенә лә үҙгәрештәр индерҙе.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймауға, сирҙе иҫкәртеүгә ҡағы­лышлы барлыҡ сараларҙа туранан-тура ҡатнашты. Эпидемиологтар сирлеләрҙән эпиданамнез йыйҙы, пациенттар аралашҡан даирәне билдәләне, уларҙы күҙәтеү һәм изоляциялау йәһәтенән саралар күрҙе.
Ошо тынғыһыҙ осорҙа эпидемиология бүлегендә эпидемияға ҡаршы саралар күреү өсөн иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гәсә, хатта ял көндәрендә лә дежур төркөмдәр эшләне. Яңы коронавирус инфек­цияһын йоҡтороуҙа шик аҫтына алынғандарға диагностик тик­шереү­ҙәр үткәрелде. Унан тыш, республиканың башҡа лабораторияларында үткәрелгән һәм ыңғай һөҙөмтә күрһәткән тестарҙы ҡабат­тан тикшереү бурысы ла беҙҙең хеҙмәткәрҙәр иңенә һалынды.
Пандемия башланған осорҙа беҙҙең хеҙмәткәрҙәр корона­вирусҡа тикшереү материалдарын Новосибирск, Екатеринбург, Мәскәү ҡалаларында урынлашҡан референс-үҙәктәргә алып барҙы. Шул уҡ ваҡытта медицина хеҙмәт­кәрҙәрен яңы шарттарға ҡулай­лаштырыу өсөн урында уҡытыу эштәрен дә башлап ебәрҙек. Улар эпидемияға ҡаршы сараларҙа ҡатнашыуға әҙерлек үтте, коронавирусҡа (COVID-19) биоматериал алыуҙы, келәймә һуғыуҙы, транспортта ташыуҙы ойоштороу мәсьәләләрен өйрәнде.
Барлыҡ эшмәкәрлек респуб­ликаның Һаулыҡ һаҡлау министр­лығы, Башҡортостан дәүләт медицина университеты (брифингтар, семинарҙар) менән үҙ-ара хеҙмәт­тәшлек нигеҙендә башҡарылды.


– Коронавирусҡа тестар яһау арҡаһында Үҙәк эшмәкәрлегендә көсөргәнеш һиҙелерлек артты, тип әйтергә мөмкинме?

– Айырыуса хәүефле инфекциялар һәм полимераз сылбырлы реакция (ПЦР) лабораториялары бер нисә ай дауамында тәүлек әйләнәһендә эшләү тәртибенә күсте. Был осорҙа беҙҙең хеҙмәт­кәрҙәр Башҡортостанда берҙән-бер булып, SARS-СoV-2 вирусын билдәләүҙә тәүлек әйләнәһенә тикшеренеүҙәр үткәрҙе.
Был яуаплы, ҡатмарлы эштә учреждениеның барлыҡ филиалда­рының табип-бактериологтары һәм биологтары ҡатнашты.


– Тәүге ҡарамаҡҡа йәмғиәт етди аҙымдар менән ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайта һымаҡ, әммә коронавирус темаһы көндәлек яңылыҡтар араһында һаман көнүҙәк булып ҡала. Алда иһә – көҙгө-ҡышҡы осор, киҫкен респиратор инфекциялар, киҙеү таралған миҙгел. Тимәк, эпидемиологик хәл тағы ла контроль талап итә, тигән һүҙ. Был йәһәттән ниндәй саралар күрелә, ошоға бәйле хәл нисек?

– Эпидемияға ҡаршы сараларҙы күреүҙе дауам итәбеҙ. Әлеге ваҡытта Рәсәй сигендәге барлыҡ үткәреү пункттарында “Роспотребнадзор” идаралығы белгестәре имен булмаған төбәктәрҙән ҡайтҡан кешеләргә стационар һәм күсмә тепловизион ҡорамалдар ярҙамында ентекле рәүештә икеләтә тикшереү үткәрә. Шулай уҡ сит төбәктән ҡайтыусылар медицина күҙәтеүе аҫтында ҡала, улар анкета тултыра һәм мәғлү­мәттәр кешенең йәшәгән уры­нындағы медицина хеҙмәт­кәрҙәренә тапшырыла.
COVID-19 вирусы таралыу хәүефе һаҡланған шарттарҙа эште ойоштороу йәһәтенән кәңәштәр, күрһәтмәләр булдырҙыҡ. Айырыуса ҙур иғтибар транспортта һәм йәмәғәт урындарында – сауҙа үҙәктәрендә, магазиндарҙа, мәктәп­тәрҙә, балалар баҡсаларында, предприятиеларҙа дезинфекция саралары үткәреүгә бүленә. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре медицина ойошмалары менән берлектә коронавирусты асыҡлауға бәйле тикшеренеүҙәр үткәреүҙе дауам итә.
Киҙеүҙе иҫкәртеү йәһәтенән йыл да үткәрелә торған вакцина яһау сараһы башланды. Был – киҫкен респиратор инфекциялар миҙгеленә әҙерлектең төп йүнәлеше. Йәнә шуны һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк: ҡәҙимге гигиена ҡағиҙәләрен үтәү киҫкен респиратор инфекциялар, киҙеү (грипп), коронавирус инфекцияһы йоҡтороу ихтималлығын һиҙелерлек кәметә.


– Әлеге осорҙа республикала киҙеү (грипп), киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләүгә бәйле хәл нисек?

– Киҙеү осраҡтары теркәлгәне юҡ, киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләүселәр бар, әлбиттә.

Тағы ла шуныһы: ҡурсаланыу осоронда, балаларҙың дистанцияла уҡыуға күсеүенә һәм үҙ-ара аралашмауына бәйле, һауа-тын юлы менән йоға торған сирҙәрҙең таралыуы ҡырҡа кәмене. Һүҙ һыу сәсәге (ветрянка), быума йүтәл (коклюш), скарлатина хаҡында бара. Ә ҡыҙылса, эпидемик паротит, ҡыҙамыҡ, дифтерия кеүек сирҙәрҙе йоҡтороусылар бөтөнләй теркәлмәне.
Быйылғы ете айҙа республикала 400 скарлатина менән сирләү осрағы асыҡланған (100 мең кешегә 9,87 берәмек тура килә), был 2019 йыл менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға түбәнерәк. Шулай уҡ ошо осорҙа һыу сәсәге менән сирләүҙең 6277 осрағы теркәлгән (100 мең кешегә – 154,9 берәмек). 2019 йылдағы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, был 26,2 процентҡа кәмерәк.
Энтеровирус инфекцияһы менән сирләүҙең ете осрағы теркәлгән (100 мең кешегә – 0,17 берәмек). Былтырғы күрһәткестәрҙән был 4,4 тапҡырға аҙыраҡ. Эсәк, ротавирус, норовирус, энтеровирус инфекциялары, ғөмүмән, быйыл күпкә һирәгерәк осрай.
Әлеге ваҡытта тәбиғәт сығанаҡ­та­рына бәйле инфекциялар тарал­ған осор дауам итә: кешеләр урман-яландарға ял итергә, емеш-еләк, бәшмәк йыйырға йөрөй, бәғзе саҡта шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә онота һәм төрлө инфекциялар йоҡтора.

Һандарға килгәндә, үрҙә телгә алған осорҙа талпан энцефалиты йоҡтороуҙың 14 осрағы һәм Лайм сире йоҡтороуҙың 11 осрағы теркәлгән. Был ауырыуҙарҙы талпандар тарата. Талпан энцефалиты буйынса республиканың 42 районы эпидемия йәһәтенән хәүефле булып тора.


– Әлеге ваҡытта пневмококк инфекцияһына, киҙеүгә, корона­вирусҡа ҡаршы вакцина яһау тураһында төрлө мәғлүмәт бихисап. Халыҡ уларға бер аҙ һағайыбыраҡ ҡарай, ә белгестәр был йәһәттән ни әйтер?

– Киҙеүгә ҡаршы көрә­шеүҙә иң һөҙөмтәле ысул – йыл һайын миҙгелгә бәйле сирҙәр әүҙем­ләшкән көҙгө-ҡышҡы осорҙа үткәрелә торған вакцина яһатыу. Быйыл республика халҡының 60 процентына прививка эшләү планлаштырыла (былтырғы күрһәткес – 48 процент).
Пневмококк инфекцияһына ҡар­шы вакцина ла – пневмококк бактерияһы үпкә елһенеүен барлыҡҡа килтереүгә кәртә булып торған хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле ысул. Донъялағы тәжрибә һәм миҫалдар күрһәтеүенсә, пневмококк вакцинаһы төрлө йәштәге кешеләр төркөмөндә үҙенең һөҙөмтәлелеген күптән иҫбатлаған.
2020 йылдың 11 авгусында Рә­сәй­ҙә яңы коронавирус инфек­цияһынан донъялағы тәүге вакцина теркәлде, әммә әлегә барлыҡ халыҡҡа коронавирус инфек­цияһына ҡаршы вакцина яһау башланмаған.


– Вакцина, һис шикһеҙ, төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү йәһәтенән мөһим алым. Әммә уның файҙаһы хаҡында мәғлүмәт күп булған кеүек, ҡаршы сығыу­сылар ҙа табылып тора. Был проблеманы нисек хәл итергә?

– Вакцина яһау – хәҙерге заман медицинаһының айырылғыһыҙ, мөһим йүнәлеше, инфекцияларға ҡаршы көрәшеүҙең хәүефһеҙ, һөҙөмтәле ысулы. Тап вакцина эшләү ярҙамында кешелек тәбиғи сәсәк (оспа), полиомиелит кеүек үтә хәүефле, миллионлаған кешенең ғүмерен өҙгән һәм күптәрҙе инвалид яһаған йоғошло сирҙәрҙе еңде. Шулай уҡ ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ, дифтерия, тартышыу ауырыуы (столбняк) кеүек сирҙәргә дусар булғандар һаны ҡырҡа кәмене.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, халыҡта иммунитет булдырыу йыл һайын ике-өс миллион кешенең ғүмерен ҡотҡара, шуға күрә вакцина яһатыуҙан баш тартырға ярамай. Был – үҙ ғүмереңде һаҡлап ҡалыу өсөн яһалған яуаплы аҙым ул.


– Елена Владимировна, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Читайте нас