Сәләмәт булайыҡ
26 Сентябрь 2020, 10:30

Көҙгө моңһоулыҡҡа урын юҡ!

Унан нисек һаҡланырға һуң? Әйҙәгеҙ, психолог кәңәштәренә күҙ һалайыҡ, сәләмәт булайыҡ!

Көҙ. Йонсоу көндәр, һалҡын елдәр, көндөң ҡыҫҡарыуы... Күптәрҙә тәбиғәттәге миҙгел алмашыныуы эҙһеҙ генә үтмәй - күңелде һағыш баҫа, төшөнкөлөк сорнай, йоҡо баҫа, кәйеф төшә, иғтибар кәмей...

Күңел төшөнкөлөгөнә күберәк ҡатын-ҡыҙ дусар була икән, сөнки улар бик хисле, көсһөҙ, нәзәкәтле, шулай уҡ бында гормональ фон да үҙенекен итә.

Көҙгө һағыштан нисек һаҡланырға һуң? Әйҙәгеҙ, психолог Гөлдәр Һабанғолованың кәңәштәренә күҙ һалайыҡ.

* Көндөң ниндәй булыуына ҡарамай, саф һауала йөрөргә тырышығыҙ. Ғалимдар әйтеүенсә, тап яҡты ваҡытта организмда бәхет гормондары - серотонин бүленеп сыға.

* Быйылғы йәй-көҙ емеш-еләккә бик бай булды. Күберәк шуларҙы ҡулланып ҡалығыҙ, үлән сәйе эсегеҙ.

* Көн режимын үтәү, иртәнге зарядканы ҡалдырмау көндәлек мөһим бурыс булырға тейеш.

* Үҙ-үҙегеҙҙе хәстәрләргә, тыңларға, аңларға өйрәнегеҙ - һөҙөмтәһе яҡшы булыр. Үҙегеҙҙе иркәләтеп алыу ҙа артыҡ булмаҫ (яңы кейем алыу, тәмле ашау, дуҫтар менән осрашыу һ.б.)

* Көндәлек алып барығыҙ, күңелегеҙҙә булған кисерештәрҙе, йәнегеҙҙе өйкәгән мәсьәләләрҙе шунда яҙһағыҙ, еңелерәк булыр.

* Күберәк аралашығыҙ. Үҙ-үҙегеҙгә бикләнмәгеҙ, дуҫтарығыҙ, ғаиләгеҙ, балаларығыҙ менән урманға, паркка сығып ял итегеҙ.

* Үҙ-үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Файҙалы кәңәштәрҙе хәтер һандығына һалып ҡына ҡуймайыҡ, ә ғәҙәт итеп алайыҡ, дуҫтар!

Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас