Сәләмәт булайыҡ
27 Сентябрь 2020, 14:00

Вирус тормошто ҡатмарландыра

Һуңғы тәүлектә Govid-19 сиренән йәнә ике кеше вафат булды...

Республикала коронавирус менән бәйле хәл киҫкенләшә. Һуңғы тәүлектә Govid-19 сиренән йәнә ике ауырыу һәләк булды.
Инфекция ҡорбандарының дөйөм һаны 39-ға етте. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте матбуғат хеҙмәтендә белдерелде.
Һуңғы тәүлектә инфекцияны йоҡторғандар һаны 38-гә артты. Пандемия осоронда барлығы 8 669 кешелә коронавирус диагнозы раҫланған һәм 8 078 ауырыу һауыҡҡан.
Әлеге ваҡытта 552 сирле иҫәпләнә, шуларҙың 52-һе дауаханала, ҡалғандары амбулатор шарттарҙа дауалана. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вирус ҡорбандарының шәхесен асыҡлап, уларҙың икеһенең дә Өфөнән, 75 йәшлек ир һәм 67 йәшлек ҡатын булыуын белдерҙе. Ауырыуҙарҙың, коронавирустан тыш, хроник сирҙәре лә булған. Ир беренсе дәрәжә һимереү ауырыуынан, гипертониянан һәм йөрәк ишемияһынан яфаланған. Ҡатында артыҡ һимеҙлек арҡаһында тәрән һәм тиҙ тын алыу һәләте боҙолған, шул арҡала ҡанда кислород кәмеүе, углекислый газ артыуы күҙәтелгән. Өҫтәүенә ул шәкәр диабеты менән сирләгән.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә инфекцияны 7 867 кеше йоҡторғаны һәм 99 ауырыуҙың вафат булғаны мәғлүм. Cанитария-гигиена талаптарын теүәл үтәү бурысы көн ҡаҙағынан төшмәйәсәк әле.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас