Сәләмәт булайыҡ
28 Сентябрь 2020, 10:20

Коронавирус баҫып килә...

Был хәл бер беҙҙең Башҡортостанда ғына күҙәтелмәй.

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләгән кешеләр һаны арта. Пандемия башынан алып сирлеләр һаны туғыҙ меңгә етә яҙҙы. 28 сентябргә ҡарата COVID-19 менән 8708 кеше зарарланған, һуңғы тәүлектә 39 яңы осраҡ асыҡланған. Был мәғлүмәттәрҙе бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин еткерҙе.
– Сирлеләрҙең артыуы донъялағы дөйөм эпидемиологик хәлгә бәйле. ОРВИ, киҙеү миҙгеле башланды, уларға коронавирус та килеп ҡушылды, – тине министр.
Дауаханаларҙа 57 кеше ята, уларҙың өсәүһенең хәле ауыр, ике кеше реанимацияла. Бөтәһе 8089 кеше һауыҡҡан. 39 кеше һәләк булған. Республикала эшләгән 23 лаборатория 978 мең пациентты тикшергән.
– Беҙҙең йоғошло ауырыуҙар дауаханалары тулы режимда эшләй. Битлектәр кейеү, ҡулдарҙы даими йыуыуҙы пропагандалауҙы көсәйтергә кәрәк. Кешеләрҙән быларҙы эшләүҙе үтенеп һорарға кәрәк. “Башавтотранс” автобустарына ла кешеләрҙе битлекһеҙ индерә башланылар, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы етеп килгән байрам – 11 октябрҙәге Республика көнө тураһында ла фекерен әйтте. Әлеге ваҡытта төбәктә 50-нән ашыуыраҡ кеше ҡатнашҡан саралар үткәреү тыйыла. Шуға күрә ошоларҙы иҫәптә тотоп, байрамды нисегерәк итеп үткәреү тураһында уйларға кәрәк.
Бөгөн, 28 сентябрҙә Башҡортостан табиптары Абхазияға, урындағы белгестәргә коронавирус менән көрәштә ярҙам итер өсөн китәсәк. Максим Забелин белдереүенсә, был Башҡортостан Башлығы һәм Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡушыуы буйынса эшләнде.
- Улар урынға барып еткән һәм хәлдәр менән таныша башлаған, инструктаж үтәләр. Командировка 21 көн дауам итәсәк, - тине министр.
Быға тиклем беҙҙең табиптар Ҡырғыҙстан, Ҡарасәй-Черкес, Амур өлкәләрендә булып, ярҙам итеп ҡайтты. Радий Хәбиров белдереүенсә, был беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһының көслө булыуын күрһәтә.
Фото: ok.ru
Читайте нас