Сәләмәт булайыҡ
28 Сентября 2020, 20:15

“Швейцариялағы яҡташтарыбыҙ Таирҙы көтә”, ти әсә

Клиникала малайға операцияны биш сәғәт дауамында яһайҙар. Июндә рецидив булғандан һуң, малайҙың күҙендә тағы ике шеш барлыҡҡа килә...

Был ваҡиғаның март айында нисек башланыуы, Ҡолғониндар ғаиләһенең көс-хәл менән Швейцариялағы клиникаға барып етеүе тураһында яҙғайныҡ инде.
Өс йәшлек Таирҙың күҙендә яман шеш асыҡланғас, ошо сит илдең Лозанна клиникаһында малайға ярҙам итмәксе булалар. Рәсәйҙә ретинобластома тигән сирҙе дауаламайҙар, малайға күҙһеҙ ҡалыу хәүефе янай. “Изгелек” хәйриә фонды дауалау өсөн тейешле бер миллион ярым һум аҡсаны клиника иҫәбенә күсерә. Пандемия сәбәпле бөтә пландар селпәрәмә килә яҙа. Рәсәйҙең Швейцариялағы илселеге Бәләбәй ғаиләһенә Лозаннаға барып етергә ярҙам итә.
Мәскәүҙә улар тураһында репортаж төшөрәләр, аҙаҡ Европала телевидение аша тапшырыуҙы күрһәтәләр. Клиникала Таирға операцияны биш сәғәт дауамында яһайҙар. Июнь айында рецидив булғандан һуң, малайҙың күҙендә тағы ике шеш барлыҡҡа килә, табиптар өс локаль химия терапияһы яһай. Сирле күҙ яҡшыраҡ күрһен өсөн күнекмә үткәрәләр. Элек күҙ үткерлеге 6 процент булһа, хәҙер 31 процент тәшкил итә.
Лозаннала Таирҙың әсәһе Лиана Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ менән таныша. Рус ғаиләһе уларҙы үҙендә йәшәргә саҡыра. “Август аҙағына тиклем, өйгә ҡайтып киткәнсегә ҡәҙәр, уларҙа бушлай йәшәнек. Оҙаҡламай сираттағы тикшеренеү өсөн Швейцарияға осорға тейешбеҙ. Изге күңелле яҡташтарыбыҙ беҙҙе көтә, “килегеҙ” тип шылтыраттылар”, - ти Лиана. Әсә әйтеүенсә, улы тиктормаҫ, шаян, уйнарға ярата, бөтә процедураларҙы ла һәйбәт үткәргән. Ғаиләгә һынауҙарҙы лайыҡлы үтеүҙәрен һәм уңыштар насип булыуын теләйбеҙ.
Фото шәхси архивтан.
Читайте нас