Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Ауырғазы районына эш сәфәрендә ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында ҡатнашты.
Уларҙың береһе - Таштамаҡ ауылында. ФАП төҙөүгә һәм уны медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға республика ҡаҙнаһынан 6,5 миллион һум аҡса бүленде. Медицина пункты Таштамаҡ һәм Уҫман ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.
– Быйыл бөтә республика буйынса 108 ФАП-ты сафҡа индерәбеҙ. 2024 йылға тиклем иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарының барыһын да яңыртабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ауырғазы районында быйыл биш яңы ФАП асабыҙ. Киләһе ике йылда һеҙҙең өсөн тағы ла туғыҙ пункт төҙөргә тейешбеҙ. Был бик мөһим. Ауыл медицинаһын тергеҙергә кәрәк.
Яңы объекттың майҙаны – 67 квадрат метр. Бында медицина ярҙамы алыу һәм персоналдың эше өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған. Республика Башлығы фельдшер, акушер, процедуралар һәм бәй һалыу бүлмәләрен ҡарап сыҡты, ФАП мөдире менән аралашты.
Йәнә бер медицна пункты Ҡорманай ауылында асылды. Ул 600-гә яҡын кешене, шул иҫәптән күрше Иҫке Әпсәләм халҡын да хеҙмәтләндерәсәк. 70 квадрат метрлыҡ бинаны һалыуға, заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеүгә Башҡортостан бюджетынан 6,5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Радий Хәбиров яңы ФАП-ты ҡарап сыҡты, муниципалитеттың медицина кадрҙарын йәлеп итеү йәһәтенән ниндәй эш алып барыуы менән ҡыҙыҡһынды. Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов әйтеүенсә, был йүнәлештә “Ауыл табибы” программаһының ярҙамы ҙур. Быйыл Талбазы үҙәк район дауаханаһына ете белгес килгән, йыл аҙағына тиклем тағы ла дүрт табипты көтәләр.
– Бөгөн фельдшерҙарға айырым рәхмәт әйтергә теләйем. Улар милләттең һаулығын билдәләй, – тине республика Башлығы. – Улар оҙаҡ йылдар эшләй. Һалҡында ла, ямғырҙа ла һәр саҡ халыҡ янында, уға тәүге ярҙамды күрһәтергә әҙер. Һеҙҙең алда ихтирам менән баш эйәм!